Геройҙар дәүере
27 Апрель , 04:00

"Рәхмәт" ялға ҡайтты

Беҙ ҙә “Рәхмәт”кә һәм уның хеҙмәттәштәренә һаулыҡ, рух ныҡлығы, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ

"Рәхмәт" ялға ҡайтты"Рәхмәт" ялға ҡайтты
"Рәхмәт" ялға ҡайтты

Ишембай районының Этҡол моделле ауыл китапханаһында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан “Рәхмәт” позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. Был сара тыл менән фронт араһындағы йылы күпергә әүерелде.

Осрашыуға өлкән быуын вәкилдәре лә, урта йәштәгеләр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла йыйылды. Яугир  махсус хәрби операцияла диңгеҙ пехотаһының 810-сы бригадаһында бер йыл хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына яра алғандан һуң дауаланып, отпускыға ҡайтҡан ине.

Ҡунаҡ үҙенең хеҙмәттәштәре, хәрби көнкүреш, алғы һыҙыҡтағы ауырлыҡтар һәм бурыстар тураһында ихлас һөйләгән. Ул яугирҙәрҙең көн дә ҙур батырлыҡ күрһәтеүен, Ватан өсөн, беҙҙең тыныс тормош өсөн көрәшеүен билдәләне. Иң ҡыуаныслыһы – тылдан килгән ярҙамдың ифрат кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның әйтеүенсә, балаларҙың йылы хаттары – яугирҙәр өсөн өйҙән килгән тере тауыштай. Шулай уҡ  ирекмәндәр төркөмө даими ебәреп торған окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, “Леший” костюмдары яугирҙәр өсөн һәр көн кәрәкле әйберҙәр булыуын да белдергән.

Осрашыу барышында балалар ҡунаҡҡа күп һорауҙар биргән. Уларҙың һорауҙары бик етди һәм күңелдән сыҡҡан ине: “Алғы һыҙыҡта ҡурҡынысмы?”, “Нисек ял итәһегеҙ?”, “Һеҙгә нимә күберәк кәрәк?” һәм башҡалар. “Рәхмәт” һәр һорауға ихлас һәм тулы итеп яуап биргән.

Осрашыу аҙағында яугир Этҡол ауылының ирекмәндәр төркөмөнә үҙенең хеҙмәттәштәре өсөн ярҙам йыйыуҙы дауам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Ирекмән апайҙары бер тауыштан  ризалыҡ биргән. Улар был эште туҡтамаҫҡа һәм яҡташтарыбыҙға мөмкин тиклем күберәк ярҙам еткерергә вәғәҙә биргән.

Бындай осрашыуҙар беҙҙе берләштерә, тыл менән фронт араһындағы бәйләнеште нығыта. Ә был берҙәмлек – еңеүҙең иң ныҡлы нигеҙе.

Ошо көндәрҙә  яугир махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлға сыҡты. Беҙ ҙә “Рәхмәт”кә һәм уның хеҙмәттәштәренә һаулыҡ, рух ныҡлығы, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Текст һәм фото авторы: Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.

Сығанаҡ: “Торатау”

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

"Рәхмәт" ялға ҡайтты
"Рәхмәт" ялға ҡайтты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас