

Ҡурҡыу белмәҫ, йылғыр, спорт менән дуҫ яҡташтарыбыҙҙың береһе 2024 йылдың ғинуарында Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Хәҙер инде ул – тәжрибәле яугир, миномет батареяһы старшинаһы, “Рыжек” позывнойлы прапорщик. Хеҙмәттәштәре менән бергә Артемовск, Бахмут, Северск, Клещеевка, Донецк каналы, Северодонецк, Ступочки, Часов Яр тораҡтарын азат итеүҙә ҡатнаша, тип яҙа "Ашкадарские зори".
Яугирҙәр блиндаждарҙа, подвалдарҙа, баҡса йорттарында йәшәй. Аҙыҡ-түлек етә, һыу менән генә ҡыйынлыҡтар тыуып тора, ти яугирҙәр. “Рыжек” Федоровканан “Һалдаттар өсөн тегәбеҙ” цехынан килгән тәүге гуманитар ярҙам өсөн нисек һөйөнгәндәрен һөйләне. “Zа победу” ирекмәндәренең хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. “Маскировкалау селтәрҙәре менән орудиеларҙы, машиналарҙы, блиндаждарҙы ябабыҙ, улар һалдат ғүмерҙәрен һаҡларға ярҙам итә, – ти яугир. – Тиҙлек, маневрҙар яһай белеү, көсөңә ышаныу, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү – хәрби бурыстарҙы теүәл үтәүҙә төп ярҙамсы”.
“Рыжек”тың әйтеүенсә, һалдат физик әҙерлектән тыш, даими юғары әҙерлек хәлендә булырға тейеш. Күҙгә салынмау, урыныңды тиҙ алыштырыу – бик мөһим күнекмә. Яугир өс тапҡыр яраланған һәм һәр саҡ хеҙмәттәштәре янына әйләнеп ҡайтҡан. Хәрби батырлығы өсөн Г.Жуков, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, “Рәсәй гвардияһы” знагы, “I дәрәжәләге яраланыу өсөн” тәреһе менән наградланған. “Рыжек” яңынан алғы һыҙыҡта. Уның тәжрибәһе һәм аҡылы айырыуса йәш яугирҙәр өсөн ҡиммәтле. “Егеттәрҙе һаҡлау, нығытыу, хаталанмаһындар өсөн тәүҙә үк уларҙы өйрәтергә, күнекмәләр бирергә кәрәк”, ти тәжрибәле яугир.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: шәхси архивтан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!