Геройҙар дәүере
30 Апрель , 07:15

"Әсәй, мин барыбер ҡайтам, тип киткәйне лә..."

Контракт менән махсус хәрби операцияға киткән яугирҙең әсәһе Рәмилә Усманова менән Күмертау ҡалаһына ял йортона йә шифаханаға юллама белешергә килгәнендә осрашҡайныҡ.  

"Әсәй, мин барыбер ҡайтам, тип  киткәйне лә...""Әсәй, мин барыбер ҡайтам, тип  киткәйне лә..."
"Әсәй, мин барыбер ҡайтам, тип киткәйне лә..."

“Улым армияла ил һаҡсыһы булып хеҙмәт иткәйне. Ғаилә ҡорҙо, өс балаға ғүмер бирҙеләр. Илгә хәүеф янағас, яуға барырға атлыҡты. Өс бала атаһын яуға ебәрмәгеҙ, тип әйтергә военкоматҡа барҙым да әйтә алмай ҡайттым, сөнки был юлды улым үҙе һайланы.  Ошоға тиклем дә ейән-ейәнсәрҙәрем минең тәрбиәлә ине. 10 ноябрҙә уның менән һуңғы тапҡыр хәбәрләштек, яуға инәсәген әйтте”, – ти Рәмилә Әҙһәм ҡыҙы.

2024 йылда октябрҙә яуға юлланған, штурмлаусылар батальонында һуғышҡан “Усман” позывнойлы Рәил  Кәфил улының ғинуар айында һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Үлгәндән һуң наградланған “Батырлыҡ өсөн” миҙалын  улы Рөстәмгә тапшыралар.

Көйөргәҙе районының Зәк-Ишмәт ауылында йәшәгән Усмановтар ғаилә сәбәптәре арҡаһында Күмертау ҡалаһына күсенә. Өс баланы биш йыл элек ҡарауға алған хаҡлы ялдағы педагог өләсәй ейән-ейәнсәренең киләсәге өсөн бөгөндән көс һала, уларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтә. 8 йәшлек Радмир робот техникаһы түңәрәгенә йәрәй, ул – полицейский, ә 12 йәшлек Розалина дизайнер булырға хыяллана. Рөстәмгә15 йәш. Ул “Прометей” спорт мәктәбенә футбол, пауэрлифтинг менән шөғөлләнергә йөрөй, шул уҡ ваҡытта архитектор һөнәрен һайларға уйлай.  

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балаларына күпселек түңәрәктәргә шөғөлләнеү ҙә, мәктәптә туҡланыу ҙа бушлай. Беҙҙе хатта Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Астахов менән осрашыуға саҡырҙылар. Сәй табыны артында ул беҙгә күп һорауҙар бирҙе, ҡалала йәшәү оҡшаймы, нимәләрҙе үҙгәртергә  теләр инегеҙ, тип һораны. Олег Анатольевич ҙур түрә булһа ла, шул тиклем ябай һәм кешелекле булып сыҡты”, - ти балалар.

Ә Рәмилә апай һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһындағы социаль координаторҙары Анастасия Николаеваға, Наталья Селищеваға ҙур рәхмәтен еткерә.

Кескәйҙәр каникулда йәйге һауыҡтырыу лагерына барырға хыялланһа, Рәмилә апай Зәк-Ишмәткә ҡайтып ауыл өйөн ҡараштырып, еләк-ҡайнатма әҙерләп алырға ниәтләй. “Ауыл биләмәһе башлығы Илфат Мәҙиф улы Зәйнәғәбдинов  ауылда йорт, ихаталар алдында өмәләр яһап, тәртиптә тота. Етәкселектең ярҙамын гел тоябыҙ, улар ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй”, - ти өс ейәнен ҡараған Рәмилә Усманова.

 

"Әсәй, мин барыбер ҡайтам, тип  киткәйне лә..."
"Әсәй, мин барыбер ҡайтам, тип  киткәйне лә..."
"Әсәй, мин барыбер ҡайтам, тип киткәйне лә..."
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас