Геройҙар дәүере
30 Апрель , 09:00

Йәш быуын – ил терәге

Тәүге көндәрҙә үк алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараты операторының дронға идара итеп һәм мониторға ғына ҡарап ҡалмай, һөжүм итеү төркөмдәренең команда эшен ойоштороуының, шул уҡ ваҡытта тиҙ һәм һөҙөмтәле эш итеүенең мөһимлеген аңлай.    

Йәш быуын – ил терәгеЙәш быуын – ил терәге
Йәш быуын – ил терәге

Ишембайҙан Артем Усов – һөнәре буйынса автомеханик. Уның әйтеүенсә, күберәк ваҡытын компьютер техникаһы менән эшләүгә бүлгән. Махсус хәрби операцияла булған тәүге айҙары уҡ бындағы хәл-тороштоң икенсе икәнлеген күрһәткән.

Фронтта техник белгестәрҙең етешмәүен күргәс, Артем Усов 19 йәшендә Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған. 21 йәшенә инде ике бала атаһы булған яугир ауыр хәрби һынауҙарҙы һәм ҡаты яраланыуҙы үткән. Быларҙың барыһы ла йәш быуындың ил терәге була алыуын раҫлай.

Артем армияла хеҙмәт итмәгән, әммә атаһы уны бәләкәйҙән илһөйәр итеп тәрбиәләгән. “Әле булмаһа, ҡасан тыуған илде һөйөүеңде дәлилләргә?” – тип уйлаған ул. Был ваҡытта өйләнгән һәм бер улы булған.

- Ике белгеслекте – квадрокоптерҙар менән эшләү һәм FPV-дрондар менән идара итеү – өйрәндек. Хәрби уҡыуҙарҙа бер нәмәне төшөндөм – яу яланында ыңғай файҙа килтерергә кәрәк, - ти яугир.

Артем Усов штурмлау ротаһында һәм разведкала хеҙмәт иткән. Тәүге көндәрҙә үк алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараты операторының дронға идара итеп һәм мониторға ғына ҡарап ҡалмай, һөжүм итеү төркөмдәренең команда эшен ойоштороуының, шул уҡ ваҡытта тиҙ һәм һөҙөмтәле эш итеүенең мөһимлеген аңлай.

 

Сығанаҡ, фото: “Восход” баҫмаһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас