

Өфө ҡалаһы хакимиәте МХО-ға 74-се гуманитар ылау алып барҙы.
– Әгәр тәүге айҙарҙа көнкүреш ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә баҫым яһаһаҡ, хәҙер ярҙамдың составы сифаты үҙгәргән. Төп өлөшө – квадрокоптерҙар, дрондар һәм ғәмәлдәге хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн башҡа юғары технологиялы ҡорамалдар. Яугирҙәр менән аралашып, уларҙың ағымдағы һорауҙарын һәм теләктәрен киләһе ылау әҙерләүҙә төп йүнәлеш итеп алабыҙ. Тап ошондай үҙ-ара бәйләнеш ярҙамды мөмкин тиклем теүәл һәм һөҙөмтәле тупларға мөмкинлек бирә, – тип белдерҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре.
Яҡташтарыбыҙ МХО-ға барған саҡта Донецк хакимиәте башлығы Алексей Валерьевич Кулемзин менән дә осрашҡан.
– Беҙ хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтереүҙе һәм коммуналь хужалыҡтан алып гуманитар ярҙамға тиклем бөтә өлкәләрҙә лә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Донецк күҙ алдында яҡшыра. Ҡала йәшәй һәм үҫешә, был уның халҡына һәм етәкселегенә ҙур ихтирам уята. Ҡунаҡсыллыҡ һәм конструктив диалог өсөн рәхмәт. Өфө һәр ваҡыт эргәгеҙҙә! – ти улар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән яугирҙәребеҙгә Шайморатов миҙалдарын да тапшырғандар. Был уларҙың батырлығын һәм профессионализмын юғары баһалау. Лайыҡлы наградалары.
Ылау менән бергә Ант” ижади төркөмө - Башҡортостандың халыҡ артистары Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов та барған. Музыканттар госпиталдә сығыш яһай. Бындай осрашыуҙар – яугирҙәргә ваҡытлыса иғтибарҙарын ситкә йүнәлтеү, тыуған йортоноң йылыһын тойоу һәм яҡташтарыбыҙҙың ярҙамын алыу мөмкинлеге ул.
Фото: ҡала хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.