Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә

Бер генә һорауҙары ла  ситтә  ҡалмай  

Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендәЯугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ныҡлы ойошторолған. Был эшкә барлыҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары, бизнес-берләшмә вәкилдәре  йәлеп ителгән.

Ярҙам  исемлегенә (Башҡортостан Башлығының 2022 йылдың 11 октябрендәге күрһәтмәһе менән раҫланған)  төбәктең  55 ярҙам саралары кергән, уларҙың 12-һе 2025 йылда индерелгән. Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы линияһы буйынса МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә түбәндәге ярҙам саралары тормошҡа ашырыла:

1) Юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыуын тамамлаған МХО яугирҙәренең балаларына стажировкалар ойошторола. 2025 йылда ошондай белем биреү ойошмаларында уҡыуын  тамамлаған ике кеше стажировка үткән.

2) МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә консультация һәм психологик ярҙам күрһәтелә, был йәһәттән һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың (Рәсәй Федерацияһының граждандар ҡануниәтенә ярашлы һәләк булған тип иғлан ителгәнгә тиклем) ғаиләләренә өҫтөнлөк бирелә. “Ғаилә” үҙәктәренә 10996 кеше мөрәжәғәт иткән, улар араһында  МХО-ла ҡатнашыусылар һаны – 279, консультация һәм психологик ярҙам 3419 кешегә күрһәтелгән, уларҙың 134-е МХО яугирҙәре.

3) МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ”Ғаилә” үҙәктәренең Берҙәм телефоны аша консультация, шулай уҡ балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн Берҙәм Бөтә  Рәсәй ышаныс телефоны аша ашығыс психологик ярҙам күрһәтелә. “Ғаилә” үҙәктәренең Берҙәм телефонына (8-800-347-5000, линия аноним рәүештә эшләй, республика биләмәһендә бушлай хеҙмәтләндерелә, эш көндәрендә 9-21 сәғәттәрҙә) махсус хәрби операция менән бәйле 1608 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 791-е МХО яугирҙәренән булған. Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Бөтә Рәсәй ышаныс телефонына (8-800-2000-122, шулай уҡ 124 тигән  ҡыҫҡа телефонға, уға бөтә мобиль элемтә операторҙарының абоненттары шылтырата ала) махсус хәрби операцияға бәйле 114 шылтыратыу ҡабул ителгән, уларҙың 12-һе МХО яугирҙәренән.

4) Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам. Был йәһәттән МХО-ла һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттың (Рәсәй Федерацияһының граждандар ҡануниәтенә ярашлы һәләк булған тип иғлан ителгәнгә тиклем) ғаилә ағзаларына өҫтөнлөк бирелә. Мәшғүллек үҙәктәренә 650 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мөрәжәғәт иткән, 248 кеше эшкә урынлашҡан. МХО яугирҙәренең ғаилә ағзалары араһында 744 кеше мөрәжәғәт иткән, 323 кеше эшле булған.

5) Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған өйҙәрендәге оло йәштәге йәки инвалид ғаилә ағзаларына  өйҙә социаль хеҙмәтләндерелә. Яуҙа һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаилә ағзалары өҫтөнлөк менән файҙалана. Әйтергә кәрәк, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаланынан 338 кешегә һәм 42 МХО яугиренә  өйҙәрендә бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтелгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын, инвалид балаһын ваҡытлыса ҡарау мөмкинлегенән 12 ғаилә файҙаланған.

6) Социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың оло йәштәге йәки инвалид, социаль хеҙмәтләндереүҙә мохтаж тип танылған ғаилә ағзаларына ярым стационар формала социаль хеҙмәттәр күрһәтелә. Был йәһәттән дә өҫтөнлөк һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына бирелә. Был хеҙмәтте  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан  209 кеше, биш МХО яугире  ҡулланған.

7) Стационар формала социаль хеҙмәтләндереүҙә мохтаж тип танылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль хеҙмәтләндереү ойошторола. Һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ғаиләләре был ярҙамда ла өҫтөнлөк менән файҙалана. Һөҙөмтәлә оло йәштәге 13 гражданға ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернаттарға йүнәлтмә бирелгән, ике махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы стационар ойошмаларға йүнәлтелгән.

8) Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә килемен иҫәпкә алмай, балалалы ғаиләләргә   төбәктең айырым социаль ярҙам сараларын ҡулланыуға хоҡуҡ. Һөҙөмтәлә социаль ярҙам сараларын күрһәтеүгә  6314 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 4982-һенә ыңғай яуап ҡайтарылған,  туғыҙы ҡаралыу өҫтөндә.

9) Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса уҡыу хаҡын компенсациялау. Был Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан юғары белем биреү ойошмаларында һәм  дәүләткә ҡарамаған һөнәри белем биреү ойошмаларында түләүле белем биреү хеҙмәтен күрһәтеү тураһындағы килешеүгә ярашлы башҡарыла. Был төр ярҙам буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 176 балаһы компенсация алған.

10) Махсус хәрби операцияла һәләк булған ғаиләгә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтелә.

11) Хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланылған һөнәрҙәр буйынса һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә һөнәрселек белем алыуға   сертификаттар тапшырыла. Был йүнәлеш буйынса 378 сертификат бирелгән, уларҙың 203-ө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, 193-ө МХО яугирҙәренең ғаилә ағзаларына.

12) Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға реабилитацияға сертификаттар менән ярҙам ителә. (Һөҙөмтәлә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға реабилитацияға  66 сертификат тапшырылған).

13) Граждандарҙың айырым категорияларына шәхси торлаҡ йорттарҙы газификациялау  буйынса дәүләт ярҙамын күрһәтелә. Барлығы 196 сертификат тапшырылған. Быйыл 15 апрелдән субсидия тәғәйенләү тураһында 415 ҡарар ҡабул ителгән.

 

Ярҙам ғәмәлдәге эштәрҙә сағыла

Оло йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы, тәрбиәгә мохтаждарҙы  оҙайлы ваҡыт дауамында ҡарау системаһын булдырыу 2023 йылдан федераль аҡса иҫәбенә булдырылған. Был оҙайлы ваҡытҡа ҡарау системаһына ингән граждандарҙың һанын дүрт тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. 2025 йылда оҙайлы ваҡытҡа ҡарауға ингән граждандар тағы ла артҡан һәм 855 кешегә еткән. Улар араһында яралар һәм контузиялар алып махсус хәрби операциянан ҡайтҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һаны 44 кеше тәшкил итә. Оҙайлы ваҡытҡа ҡарау системаһына ярашлы 59 МХО яугире был хеҙмәттән файҙаланған.

Социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары структураһы ла булдырылған, ул оҙайлы ваҡыт дауамында тәрбиәләү системаһының эшмәкәрлеген тәьмин итә. Улар: төбәктең координация үҙәге һәм социаль участкалар хеҙмәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән ете территориаль координация үҙәктәре, шулай уҡ хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмалар селтәре, улар араһында 34 муниципалитет халҡын йәлеп иткән 27 дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары, элек күп функциялы тип иҫәпләнгән  интернат-йорттар, психоневрология интернаттары кеүек туғыҙ дәүләт учреждениеһы бар. Квалификацияны күтәреү программаһы буйынса 140-тан ашыу эксперт уҡытылған. “Социаль һаҡлау” тигән дәүләт мәғлүмәт системаһы модуле булдырылып эш башлаған.

Федераль аҡсаға Өфөлә һәм республикабыҙҙың йыраҡтағы район-ҡалаларында реабилитациялауҙың техник саралары прокатының 30 пункты булдырылған. Уларҙың барыһы ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Шәхси мобиллек техник саралары ваҡытлыса ҡулланыуға бушлай бирелә. Былар : күп функциялы карауаттар, костылдәр, коляскалар һәм башҡалар. Оҙайлы ваҡыт дауамында тәрбиәләү системаһын булдырыу буйынса проект һөҙөмтәһендә 830 кеше эшкә урынлаштырылған. Улар барыһы ла “Тәрбиәләү буйынса ярҙамсы” вазифаһында был эште алып бара.

Оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең ярым стационар формаһын үҫтереү маҡсатында яңы көндөҙгө үҙәктәр асыу буйынса эш алып барыла. Мәҫәлән, 2025 йылда Октябрьский йорт-интернаты нигеҙендә ололар һәм инвалидтар өсөн республикала 4-се көндөҙгө үҙәк булдырыу буйынса эш башҡарылды, уны быйыл асыу ниәтләнә.

Республиканың “Именлек” геронтология үҙәге нигеҙендә эшләп килгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың реабилитация бүлегендә 20 МХО яугире ярым стационар формала социаль хеҙмәттәр алған, 343  ғаилә ағзалары ла ошондай ярҙамдан файҙаланған. Республикала стационарҙы алмаштырыусы технологиялар тормошҡа ашырыла. Был оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн тәрбиәгә алыусы (приемный) ғаиләләр булдырыуҙы хәстәрләй. Әлегә 100-гә яҡын ошондай ғаиләләр бар, уларҙа шул сама оло йәштәгеләр һәм инвалидтар хәстәрлек күреп йәшәй.

 

  ФЕКЕР.

Гөлфиә ҒАБДРАФИҠОВА,   “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалының Бүздәк районындағы социаль координаторы:

– Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Улар тураһында  яугирҙәргә еткереп, аңлатып тороу беҙҙең бурыс. Махсус хәрби операция ветерандары ла иғтибар үҙәгендә. Күп функциялы үҙәк белгестәрен, юристарҙы, үҙәк район дауаханаһы табиптарын саҡырып улар менән осрашыуҙар уҙғарабыҙ, уларҙы борсоған һорауҙарҙы хәл итәбеҙ.   Ветерандарҙы “Олимп” физкультура-һауыҡырыу комплексына саҡырып, һаулыҡтарын тергеҙеү йүнәлешендә лә эш алып барабыҙ. Улар менән тренерҙар шөғөлләнә. Кемдер шахмат, шашка уйнай, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәренә ылығалар.  Бер нисә айға бер тапҡыр спорт фестивалдәре ойошторола. Был саралар яугирҙәргә тыныс   йәшәү шарттарындағы тормошҡа еңел итеп яраҡлашырға булышлыҡ итә.  

Шифахана -курорт дауаланыуына ла йүнәлтәбеҙ.  Ошо рәүешле 10-дан ашыу ветерандарыбыҙ шифахаларҙа сәләмәтлектәрен нығытты.

Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ветерандар эшкә урынлаштырыуҙа ла ярҙамға мохтаж. Һаулыҡ тороштары арҡаһында элекке эштәренә ҡайта алмаһалар, уларға ҡабаттан уҡытырға булышлыҡ итәбеҙ.   Был ярҙамдан яугирҙәрҙең ғаиләләре лә ҡуллана.  2024 йылдан  МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан 10-лап кеше яңы  һөнәргә уҡып сыҡты.

Инвалидлығы булған яуирҙәребеҙҙең торлаҡтарын адаптациялау ҙа ярҙам сараларының береһе.

Психологик ярҙам тураһында онотмайбыҙ. “Ғаилә” үҙәге менән берлектә психологтар менән осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Бындай белгестәргә   һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары айырыуса мохтаж.

Был эштәр беҙ башҡарған сараларҙың бер өлөшө генә. Уларҙың барыһы ла яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам итеүгә маҡсатланған.

 

Гүзәлиә ХИСАМЕТДИНОВА, “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалының Бишбүләк районындағы социаль координаторы:

–Бишбүләк районында  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса планлы рәүештә эш алып барабыҙ. Айырыуса һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ҙур иғтибар йүнәлтелә. Үткән йылда беҙҙең фонд аша  яҡынса 40 кешегә шифахана -курорт дауланыуы алыуға документтар эшләнде. Был ярҙамдан яугирҙәр ҙә, уларҙың ата-әсәләре лә, һәләк булған батырҙарҙың тол ҡатындары ла ҡулланды.

Бағыусылар ярҙамы, районыбыҙҙың әүҙем кешеләре булышлығында “Үҙебеҙҙең ҡунаҡ бүлмәһе” тигән сара ойошторабыҙ. Унда район хакимиәте,  ойошмаларҙың вәкилдәрен саҡырабыҙ. Осрашыуҙа төрлө проблемалар, һорауҙар хәл ителә.

Район дауаханаһы менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә балаларҙы республикабыҙ шифаханаларына йүнәтәбеҙ. Ошо рәүешле “Красноусол” шифаханаһында дүрт бала һаулыҡтарын нығытты. Уларҙы илтеү һәм барып алыу өсөн хакимиәт транспорт бүлде.

Быйылғы йыл бик ҡарлы булды. Шуға ла ҡар таҙартыу буйынса ла мөрәжәғәттәр күп булды. Был йәһәттән ирекмәндәр, “Тәүгеләр хәрәкәте” ойошмаһы, йәштәр бүлеге ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр килеп тора.  Берәүҙәрҙе һыу буйынса, икенселәрҙе интернетҡа ҡағылышлы һорауҙар борсой. Был эштәрҙең барыһын да район хакимиәте менән кәңәшләшеп хәл итәбеҙ.

Тормош булғас төрлө проблемалар килеп тыуа. Мәҫәлән, бер яугиребеҙ ауыр контузиянан, реабилитациянан һуң хәрби хеҙмәттән азат ителеп, өйөнә ҡайтышлай Екатеринбургта аэропортта документтарын онотоп ҡалдыра. Унда наградалары ла була. Улар миңә мөрәжәғәт итте. Һәм мин Рәсәйҙең социаль координаторҙарына хәбәр иттем. Татарстандан коллегаларым бәйләнешкә сыҡты, улар унда  семинарҙа йөрөгән була. Полиция хеҙмәткәрҙәре, аэропорт хакимиәте менән берлектә улар документтарҙы таба алды һәм беҙгә ебәрҙеләр.

Шулай итеп ниндәй генә һорау менән килһәләр ҙә береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ.

Йәйге осорҙа балаларҙың ялы ла иғтибар үҙәгендә. Былтыр каникул осоронда 13 бала лагерҙарҙа ял итте. Быйыл яҙғы каникулда биш бала республикабыҙ шифаханаларында һаулыҡтарын нығытты. Яугирҙәрҙең ата-әсәйҙәрен, ҡатындарын Өфөгә театрға, экскурсияға алып барыу ҙа ят күренеш түгел.

 Фотолар: филиалдың архивынан алынды.

 

 

Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре иғтибар үҙәгендә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас