Алынған тәжрибә уңыш килтерһен

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Евгений Телепнев республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығында стажировка үтә.

Алынған тәжрибә уңыш килтерһенАлынған тәжрибә уңыш килтерһен
Алынған тәжрибә уңыш килтерһен

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Евгений Телепнев республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығында стажировка үтә.  Уның остазы – министр Наталья Полянская.

Стажировкаға ярашлы, Евгений Телепнев эш кәңәшмәләрендә, осрашыуҙарҙа, граждандарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, ул Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының 2025 йылға эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләшеүҙә һәм алдағы осорға план ҡороуҙа ҡатнашты. Наталья Полянская стажировкалау программаһының дәүләт хеҙмәтенә әҙерлеккә йүнәлтелгән, идара итеү оҫталығын үҙ эсенә ала икәнлеге хаҡында әйтте.

 – Остазлыҡ үткәндәрҙең барыһына өҫтәмә белем алғанда һәм стажировка үткәндә алынған тәжрибәне дәүләт хеҙмәтендә, тыныс тормошта ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләйем. Барыһы ла килеп сығасаҡ, - тип белдерҙе министр.

Сығанаҡ, фото: БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас