"Беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән"

Операторҙар нисек әҙерләнә?

"Беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән""Беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән"
"Беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән"

Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт иткән һәр кем – лайыҡлы яугир, ысын ҡаһарман. Улар мәғлүмәт йыйыуҙа, хәрби бурыстарҙы үтәү барышында подразделениеларға ярҙам итеүҙә төп ролде уйнай.

Был яугирҙәрҙе ыласынға һунар итеүселәр менән дә сағыштыралар. Ни өсөн тигәндә, бурыстары – йылдамлыҡ, хәлде тиҙ арала баһалау һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү.

“Беҙ күҙәтеү, артиллерияға төҙәтмәләр индереү, яугирҙәрҙең хәүефһеҙлеге һ.б. өсөн яуаплыбыҙ”, – ти “Бес” позывнойлы иң йәш операторҙарҙың береһе. Ул 18 йәше тулғас уҡ хәрби юлды һайлап, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, компьютер уйындарына ҡарата битараф. “Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары араһында күпселекте геймерҙар тәшкил итә тигән һүҙ – уйҙырма”, – ти ул.

“Батя” позывнойлы хәрби ҙә пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итә. Ул МХО башланғас уҡ мобилизация буйынса хеҙмәткә алынған. Яңы һөнәрендә иһә – 2023 йылдың уртаһынан. “Махсус хәрби операцияға тиклем квадрокоптерҙың нимә икәнен дә белмәй инем, – ти ул. – Күпмелер ваҡыттан тәүге дрон барлыҡҡа килгәс, уның менән эш итергә өйрәнә башланыҡ. Әлбиттә, ауырлыҡтар, тулҡынланыу булды. Уҡыуҙар нәҡ яу яландарында уҙғарылды. Ямғырмы, томанмы, бер нигә ҡарамаҫтан, “һунар” туҡталманы. Үҙебеҙ өйрәндек, төрлө роликтар ҡараныҡ, квадрокоптерҙарҙың техник билдәләмәләрен үҙләштерҙек. Күрше подразделениеларҙың пилоттары ла ярҙамлашты. Тәүге “осоу”ҙарҙы “Mavic 3T” һәм “Mavic air 2s” квадрокоптерҙарында башланыҡ”.

“Батя” әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының уңыш нигеҙен үҙ-үҙеңә ныҡлы ышаныс билдәләй. “Һинең дөрөҫ эш итеүең ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала – шуны аңларға тейешһең. Ваҡытында иҫкәртмәһәң, дошманды яҡын ебәрһәң, яугирҙәребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуясаҡһың. Ғөмүмән, операторға шул ҡәҙәр ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән”.

Ошоно иҫәптә тотоп, квалификацияны күтәреү курстары ла ойошторола. Яҡшы үҙәктәрҙә юғары техник күнекмәләр үткәрелә, тактик фекерләү, психиканы нығытыу һабаҡтары бирелә. Курстарҙың маҡсаты оператор эшенә өйрәтеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә уға көсөргәнештән “прививка яһала”.

Дрон менән эш итеүселәр һәр осоуҙың маршрутын ентекле уйлап билдәләй. Был йәһәттән урындың үҙенсәлектәре, объекттарҙың урынлашыуы, һауа шарттары иҫәпкә алына. Осоуға әҙерлекте һәм осоуҙың үҙен шахмат уйнау менән сағыштыралар. Бер генә яңылыш аҙымдың да ҙур ҡазаға, позицияларҙың асылыуына килтереүе ихтимал.

“Дүрт йыл хеҙмәт барышында күп бурыстарҙы атҡарырға тура килде. Тәжрибә тупланды. Төрлө квадрокоптерҙарға идара иттем. Уларҙың һәр береһенең өҫтөнлөктәре лә, етешһеҙлектәре лә бар. Барыһын да өйрәнәбеҙ, яңыртабыҙ, мөмкин булһа, йүнәтәбеҙ. Эштә уңайлы булһын өсөн барыһын да хәстәрләргә тырышабыҙ”, – ти “Батя”.

Фото: kletskdon.ru

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

"Беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән"
"Беҙгә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән"
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас