Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ

Төрлө милләт, дин яугирҙәренең бер рәттә тороуын һәм уларҙың берҙәм булыуын күреү бик ҡыуаныслы

Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡКүҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ

Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев 35-се гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташ яугирҙәр янына барып ҡайтты.

 – Был ылау юбилейлы һәм уларҙың һәр береһенә матди ярҙам ғына түгел, ә тыуған йортобоҙҙоң йылыһын да һалабыҙ. Егеттәргә өс автомобиль – “УАЗ” һәм “Нива”, запас частар, дрондар, элемтә һәм һаҡланыу өсөн техника, инструменттар, төҙөлөш материалдары, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар алып барҙыҡ. Май байрамдары алдынан яҡлаусыларыбыҙға ярҙам итек, ғаиләләрҙән сәләмдәр һәм посылкалар тапшырҙыҡ, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйттек. Ылауҙы йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт. Бергә беҙ – ҙур көс һәм ышаныслы тыл, – ти Реканс Фәнил улы.

Махсус хәрби операция биләмәһендә ылау оҙатып алып барған саҡмағоштар Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре менән “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә мәсет һәм часовня эргәһендә башҡорт еренән килтерелгән ҡайын үҫентеләрен ултырттылар. Дини үҙәктәрҙе хәрбиҙәр үҙҙәре республикабыҙ ярҙамында төҙөгән. "Төрлө милләт, дин яугирҙәренең бер рәттә тороуын һәм уларҙың берҙәм булыуын күреү бик ҡыуаныслы. Хәрби бурыстарҙы батырлыҡ менән үтәйҙәр, изге эштәр өсөн көс һәм ваҡыт табалар", - ти етәксе.

– Бер нисә көн беҙ алғы һыҙыҡта, яугирҙәребеҙ янында үткәрҙек. Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ. Осрашыуҙа яҡташтарыбыҙҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ күрһәң, тылда башҡарған  эштәребеҙҙең бушҡа түгеллеген аңлайһың. Егеттәрҙең һорауҙарын һәм үтенестәрен яҙып алдыҡ. Ауыр көнкүреш шарттары булыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең рухы көслө, тик Еңеүгә генә ынтыла. Командирҙар бөтә халыҡҡа гумконвой һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙәребеҙ өсөн ғорурланып ҡайттыҡ. Улар ҡыйыу һәм көслө. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Беҙ артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, бөтә район һеҙҙең өсөн доға ҡыла, – тине Реканс Йәмәлиев.

Фото: Реканс Йәмәлиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Күҙгә-күҙ ҡарашып яҡындан аралашыуҙан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас