

"МХО беҙҙе сыныҡтырҙы ла, берләштерҙе лә", - ти тыуған илгә тоғролоҡ һаҡлаған яугир. Контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған тыныс, баҫалҡы Вилдан Сәлиховҡа аҙ һөйләп, яҡындағыларын күберәк тыңлағаны, эргәһендәгеләрҙең холҡон төшөнгәс кенә уларға асылғанына “Ҡырағай” позывнойын биргәндәр.
“Илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ беҙҙең ҡандан килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡарт олатайым Биктимер Сәлихов 16 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа киткән, 1943 йылда батырҙарса һәләк булған. Ул саҡта ла ил азатлығы өсөн ҡаһармандар яуға күтәрелгән, махсус хәрби операция ла ошо маҡсатта бара”, - ти ветеран.
Хәрби бурысын Волгоград ҡалаһында үткән, хеҙмәт юлын водитель һөнәрле егет “Искра” хужалығында электрик булараҡ башлаған. Аҙаҡ донъя күреп Мәскәү яҡтарында ла эшләп ҡайтҡан, Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында эшҡыуарлыҡта үҙен һынап ҡараған.
Атаһы менән кәңәшләшкәс, 2023 йылда махсус хәрби операцияға барырға ҡарар ҡылған. Башта штурмлаусылар биргадаһында алғы һыҙыҡта, һуңғараҡ эвакуация төркөмөндә, унан һуң дронға идара иткән. Уның әйтеүенсә, БПЛА операторы булып һәр теләгән яугирҙе алмайҙар, уның өсөн оҫталыҡ кәрәк. Үҙ аллы өйрәнгән егет ауырыраҡ булһа ла, күбеһенсә төндә эшләүҙе хуп күрә. Был эштә һәр ваҡыт тәжрибә тупларға, һауа торошона, осоу бейеклегенә, һалынасаҡ маршрутҡа ныҡ иғтибар булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Яуҙаштары - йәш буйынса атайға торошло “Тир”, командир урынбаҫары “Гарик” тураһында тик йылы хәтирәләр менән иҫләй ул. Бер заман яу яланынан улар дүртәүләп 130 килограмм тартҡан Өфө боксерын һөйрәп сығара. Һуңғараҡ уның менән Калининградта госпиталдә осрашалар. Башына һәм тәненә дошман дронының ярсығы эләгеп яраланған “Ҡырағай” дрондарҙы үҙебеҙҙекеләргә алып еткерә лә иҫтән яҙа.
“Үҙ аҡсабыҙға мавик, генератор, яғыулыҡ алдыҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең, МХО-ға аҡса өсөн баралар, тигәне йәнде көйҙөрә. Беҙ ил тыныслығы өсөн, тыуған илде һаҡлап көрәшергә барҙыҡ. Яҡшы пенсияһы, яҡшы йорто булған отставкалағы полиция подполковнигы “Фрол”, йә иһә ике иномарка машинаһы, евроремонтлы ике фатиры булған “Аҡташ” матди байлыҡ өсөн ҡыҙып барған тип уйлайһығыҙмы? Үҙен аямай, мотоциклында шәхсән 120 яралыны яу яланынан сығарған “Фаза”ға һәләк булғандан һуң ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме бирелде. “Һыра” позывнойлы яугир ювелирҙар һымаҡ техника ремонтлай ине. Өс машинаһын да дошман яндыра, өсөһөнән дә һикереп сығып өлгәрә. Шул уҡ ваҡытта көбәген төҙәп, мылтыҡ менән дошман дронын атып төшөрә. БПЛА операторы тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белгән, тиҙ реакциялы ир-егет булырға тейеш”, - ти ул.
Яраланғандан һуң демобилизацияланып Мәләүез ҡалаһында төпләнгән Вилдан редакцияға ингән арала шуларҙы бәйән итте.