

Бөгөн Өфөләге Совет майҙанында “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
“Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекмәнлек, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлектә, шулай уҡ гуманитар йөк йыйыуҙа һәм ташыуҙа ярҙам күрһәткән етәкселәргә, махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеү бурыстарын уңышлы башҡарыуға туранан-тура булышлыҡ иткән яугирҙәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә тапшырылды.
Тәүгеләрҙән булып миҙалға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов, шулай уҡ махсус хәрби оперция биләмәһенә ылау йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән республика предприятиелары етәкселәре һәм башҡалар лайыҡ булды.
Миҙалды тапшырыу дөйөм эштән ситтә ҡалмағандарға, кешеләргә ярҙам иткәндәргә, фиҙакәрлек, рух көсө һәм бурысына тоғролоҡ күрһәткәндәргә рәхмәт белдереү билгеһе булып тора. Награда алыусылар араһында Әбйәлил урман хужалығы етәксеһе Зариф Абдуллин да бар ине.
– Республика Хөкүмәтенә, Урман хужалығы министрлығына беҙҙең эште күреп, ошондай наградаға тәҡдим иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Был награда бик кәрәкле тип уйлайым, сөнки тылдағы кешеләрҙең эшен дә күрә белергә кәрәк. Награда - беҙҙең коллективтың, райондың дөйөм ҡаҙанышы. Киләсәктә лә Еңеү өсөн тырышып эшләрбеҙ, – тине ул.
Мәжит БАЙДӘҮЛӘТОВ, МХО ветераны:
– Бик ваҡытлы һәм урынлы награда. Ошоғаса махсус хәрби операцияға ярҙам иткән халыҡ иғтибарҙан ситтә ҡала килде. “Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан” миҙалы иһә бер кемдең дә онотолмағанын һәм онотолмаясағын күрһәтте. Халыҡтың яугирҙәргә күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Мин, МХО-ла ҡатнашыусы, Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон командиры булараҡ, махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән үк республиканан килгән гуманитар ярҙамдың беҙҙең өсөн ни тиклем оло әһәмиәткә эйә икәнен беләм. Республика ярҙамы һөҙөмтәһендә яугирҙәребеҙҙең ғүмере, һаулығы һаҡлап алып ҡалына, еңеүҙәргә өлгәшеүгә булышлыҡ итә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.