«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе

МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары берҙәм тәҙрә форматында һорауҙар бирә һәм уларға яуаптар ала алды. 300-ҙән ашыу кешенән бөтәһе 850-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе

6 майҙа Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» республика акцияһы үтте. Консультацияны Ишембай, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы райондарында һәм Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларында йәшәүселәр алды.

Берҙәм ҡабул итеү көнө эшендә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы, Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, республиканың Нотариаль палатаһы, Башҡортостандың Дәүләт юридик бюроһы, республиканың Хәрби комиссариаты, Федераль суд приставтары хеҙмәте, Рәсәй Социаль фонды, Стәрлетамаҡтағы Республика клиник наркология диспансеры һәм ҡала дауаханаһы белгестәре ҡатнашты.

МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары берҙәм тәҙрә форматында һорауҙар бирә һәм уларға яуаптар ала алды. 300-ҙән ашыу кешенән бөтәһе 850-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Һорауҙар федераль һәм төбәк түләүҙәренә, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүгә, хәрби хеҙмәткәрҙең бәлиғ булмаған балаларына алимент түләүгә, торлаҡ мәсьәләләренә, ғаилә ағзалары өсөн льготаларға һәм башҡа ярҙам сараларына ҡағылды.

Консультацияларҙан тыш, Стәрлетамаҡта «Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы» осрашыуы үтте. Был - «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының үҙенсәлекле проекты. Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ата-әсәләре бер өҫтәл артына йыйылды.

- Дүрт йыл эсендә «Үҙебеҙҙең ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты ун меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Беҙ һәр ғаилә даими нигеҙҙә иғтибар һәм ярҙам тойһон өсөн тырышабыҙ. Ғаилә ҡунаҡханаһы форматындағы осрашыуҙар ветерандарҙы, ата-әсәләрҙе, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен үҙ-ара яҡынайтырға мөмкинлек бирә. Сәй табыны артында йәнле аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм үҙеңде кәрәкле итеп тойоу ҡайһы берҙә матди ярҙам сараларына ҡарағанда ла мөһимерәк.  Бындай осрашыуҙар республикала ҙур ихтыяж менән файҙалана, һәм беҙ уларҙы дауам итәсәкбеҙ, - тип билдәләне «Ватанды һаҡлаусылар» фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Фонд етәксеһе «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» төбәк бүлексәһенең «Ватан һаҡсыһы атаһы» һәм әүҙем ижтимағи һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған МХО яугирҙәренең әсәләренә Рәбиға Ҡушаева исемендәге республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» йәмәғәт миҙалдарын тапшырҙы. Бынан тыш, ветерандарға «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Фото һәм видео: Стәрлетамаҡ ҡалаһының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

 

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды Стәрлетамаҡта саралар үткәрҙе
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас