Ылау барып еткән!

Был юлы гуманитар ылауҙы Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙе шәхсән оҙатып барҙы

Ылау барып еткән!Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!

Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.

“Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ районыбыҙҙан яугирҙәребеҙгә тип тәғәйенләнгән ярҙамды алып килеп тапшырҙыҡ. Яугирҙәр менән шәхсән аралашҡандан һуң тылдың ярҙамы ни тиклем ҙур икәненә тағы берҙе инанаһың. Ауыр көнкүреш шарттары булыуға ҡарамаҫтан егеттәрҙең күңеле күтәренке, рухы ныҡ. Улар барығыҙға ла күңел йылыһы һалып әҙерләнгән посылкалар өсөн ҙур рәхмәт әйтеп ҡалды. Тыуған ерҙән килгән ярҙам яугирҙәребеҙ өсөн оло терәк.

Беҙ егеттәребеҙҙең ҡыйыулығы, ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Иң мөһиме-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Беҙ артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, бөтә район һеҙҙең өсөн доға ҡыла. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән икәнен онотмағыҙ. Районыбыҙҙың һәр кешеһенә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм.

Айырым рәхмәт һүҙҙәре “Хәрби туғанлыҡ” егеттәренә, “Беҙ бергә” һәм “Һаҡлаусы фәрештә” ирекмәндәренә. Һеҙ был мөһим эштең иң ҡатмарлыһын үҙ өҫтөнә алаһығыҙ, халыҡты берләштерәһегеҙ. Һеҙ Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерәһегеҙ. Берҙәмлектә-беҙҙең көс!”- тип яҙған Азамат Сәфәрғәле улы.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан бөгөн дә илебеҙҙең тыныс тормошо өсөн көрәшкән яугирҙәребеҙгә гуманитар ылау тыуған яҡ сәләмдәре генә түгел, ә тиҙҙән буласаҡ Еңеүгә лә оло ышаныс һәм өмөт булып бырып еткәндер.

Әйткәндәй, был юлы баймаҡтар яугирҙәргә өс мотоцикл, төҙөлөш материалдары, ҡоралдар, маскировкалау селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, түшәк кәрәк-яраҡтары, генераторҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатты. Ҡатын-ҡыҙҙар вакуумлы пакеттарға һалынған тәмле былауҙар, сөсө икмәк, сәк-сәктәр әҙерләне.

Фото һәм сығанаҡ: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!
Ылау барып еткән!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас