Һайлауҙа ҡатнашасаҡтар

"Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар Өфө ҡала советына һайлауҙарға документтар тапшырған.

Һайлауҙа ҡатнашасаҡтарҺайлауҙа ҡатнашасаҡтар
Һайлауҙа ҡатнашасаҡтар

"Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар Өфө ҡала советына һайлауҙарға документтар тапшырған.

Алина Маннанова –  хәрби табип. 2023 йылда ул контрактҡа ҡул ҡуйған һәм Луганск Халыҡ Республикаһына юлланған, унда яралыларҙы фронт һыҙығынан эвакуациялаған. Ҡайтҡас, ирекмәнлек эшенә тотонған: хәҙер ул маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй, гуманитар йөк йыя һәм оҙата. Шулай уҡ БДМУла Тактик медицина үҙәге менән етәкселек итә.

Зинера Слабожанко –  хәрби фельдшер, махсус хәрби операция ветераны. Бөгөн ул "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан филиалында социаль координатор һәм РФ Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге аналитигы булып эшләй.

Ике кандидат та Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан 15-се территориаль төркөмдән "Берҙәм Рәсәй" партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыуға документтар тапшырҙы. Шулай уҡ Өфө ҡала советына һайлауҙарға "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусы тағы дүрт кеше - Даниил Зәйнәпов, Александр Илтуғанов, Руслан Садиҡов һәм Рафаэль Солтанов документтар тапшырҙы.

Фотолар геройҙарҙың шәхси архивынан.

Һайлауҙа ҡатнашасаҡтар
Һайлауҙа ҡатнашасаҡтар
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас