Нотариустар хәйриә акцияһы үткәрҙе

Төбәктең бөтә нотариустары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын контораларында бушлай ҡабул итте.

Нотариустар хәйриә акцияһы үткәрҙеНотариустар хәйриә акцияһы үткәрҙе
Нотариустар хәйриә акцияһы үткәрҙе

13 майҙа республиканың Нотариаль контораһы “Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән берлектә “Беҙҙең йөрәктәрҙең йылыһы” тигән хәйриә акцияһы үткәрҙе.

Төбәктең бөтә нотариустары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын контораларында бушлай ҡабул итте. Бынан тыш, нотариаль контораларҙа яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплау ойошторолдо. Йөк аҙаҡ сираттағы ылау менән махсус хәрби операция зонаһына оҙатыласаҡ. Теләгәндәр һалдаттарҙың рухын күтәреү маҡсатында хаттарын, һүрәттәрен, открыткаларын килтерҙе.

Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас