

12 май – Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө. Лилиә Рәйес ҡыҙы Диваева 19 йыл Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ике йыл буйы махсус хәрби операция зонаһында 25-се армияның 67-се мотоуҡсылар дивизияһының 37-се мотоуҡсылар полкында фельдшер булып хеҙмәт итә. “Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланған.
– 2023 йылдың көҙөндә хәрби комиссариатҡа фронтҡа ебәреүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт иттем. Бер ай буйы хәбәр булманы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы алмайҙар ине. Шулай итеп, МХО-ға Ырымбур хәрби комиссариаты аша китергә тура килде. Армияның алғы позицияларында хеҙмәт иттем, яралыларҙы эвакуациялауҙы ойошторҙом, медицина ярҙамы күрһәттем, – ти медицина хеҙмәтенең кесе сержанты Лилиә Рәйес ҡыҙы.
Өйҙә әсәһе, ҡыҙы, улы һәм ейәндәре көтөп ҡала. Улар яҡын кешеләрен алыҫ юлға оҙата. Нәҫелдәрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар ҙа бар. Ике олатаһы ла тәүге көндәрҙән фронтҡа китә. Әсәһе яғынан олатаһы Тимербай Бикҡолов Еңеүҙән һуң тағы ла ике йыл хеҙмәт итә әле. Икенсе олатаһы Ғариф Әделмәтов һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар йөрәгендәге ярсыҡ менән йәшәй.
Лилиә Рәйес ҡыҙы ике йыл хеҙмәт итеү осоронда бер тапҡыр ғына ике аҙналыҡ ялға ҡайта.
“Урманда блиндаждарҙа йәшәнек. Штурмлау осоронда ике-өс аҙнаға алғы һыҙыҡҡа сыға инек. Яраларҙы бәйләнек, системалар ҡуйҙыҡ, эвакуация ойоштороуҙа ҡатнаштыҡ, документтар әҙерләнек. Кемделер йылыттыҡ, ҡайнар сәй эсерҙек. Ҡышын урманда һыуыҡ, үҙәккә үткес ел, ҡар ҡатыш ямғыр... Әлбиттә, ҡурҡыныс, тик кемдер был эште башҡарырға тейеш бит. Ҡурҡыу тойғоһона ирек бирергә ярамай.
Подразделениела ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер үҙем генә булдым, яугирҙәр ҙур хөрмәт менән ҡараны, ваҡыт булғанда аралаштыҡ, ғаиләләребеҙ, пландарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. 8 Март байрамында егеттәр сәскә гөлләмәһе, алҡа бүләк итте. Мин әле лә батальонда ҡалған яугирҙәр менән аралашып торам, улар миңә бик яҡын кешеләр.
Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү мине ныҡ үҙгәртте. Тормошто нығыраҡ ярата башланым, тыныслыҡтың ниндәй ҡиммәтле, үтә ҡәҙерле булыуын бик яҡшы аңланым”, – ти шәфҡәт туташы Лилиә Диваева.
Фото: Лилиә Диваеваның шәхси архивынан.