

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Николай Валуев Стәрлетамаҡта йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Дмитрий Драцкий эргәһендә булды. Махсус хәрби операция ветераны өсөн торлаҡты йәшәүгә яраҡлаштырыу буйынса күсмә сара ойошторолдо. Фронтта ауыр яралар алыуына ҡарамаҫтан, Дмитрий ныҡлы, һынмаҫ холоҡ-фиғеле менән һоҡландыра.
Дәүләт Думаһы депутаты ла яугиргә ярҙам итеү буйынса эшкә ҡушылды. Әлеге ваҡытта ул хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яраланғандан һуң тыныс тормошҡа ҡайтыуы, яраҡлашыуы тураһында документаль фильм төшөрөү менән мәшғүл.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы белгестәре яугир йәшәгән торлаҡты тулыһынса тикшергәндән һуң, тейешле үлсәмдәр алып, адаптация стандарттарын аңлатты. Социаль координатор, махсус хәрби операция ветераны Артем Мөхәрәмов Дмитрий Николаевич ҡулланасаҡ юғары технологиялы ҡорамалдар менән таныштырҙы.
Николай Валуев яугиргә күрһәтелеүсе ярҙам күләме һәм филиал коллективы тарафынан был мөһим эшкә ҙур иғтибар бирелеүе менән ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сайтынан.