Һуңғы модуль башлана

Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға заманса идара итеү оҫталығын алырға һәм яуҙағы тәжрибәһен төбәк өсөн файҙаланырға булышлыҡ итә

Һуңғы модуль башланаҺуңғы модуль башлана
Һуңғы модуль башлана

25 майҙа “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусыларҙың дүртенсе модуле  старт алды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән старт алған “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы буйынса уҡыу дауам итә. Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға заманса идара итеү оҫталығын алырға һәм яуҙағы тәжрибәһен төбәк өсөн файҙаланырға булышлыҡ итә.

Беренсе модуль йәй “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркы базаһында үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар лекциялар тыңланы, тренингтар үтте, команда заданиеларын үтәне, эксперттар һәм власть органдары етәкселәре менән осрашты. Һәр ҡатнашыусының остазы бар. Улар араһында - министрҙар, хакимиәт башлыҡтары, ҙур компаниялар етәкселәре. Республика Башлығы Радий Хәбиров шәхсән үҙе “Остаз көнө”ндә ҡатнашты.

Икенсе модуль иҡтисад менән финанстарға арналды. Августан октябргә тиклем тыңлаусылар министрлыҡтарҙа, муниципалитеттарҙа, Республикаға идара итеү үҙәгендә стажировка үтте. Өсөнсө модуль төбәк һәм муниципаль идара итеүгә, социаль һәм йәштәр сәйәсәтенә арналғайны.

Дүртенсе модулдең төп темаһы – заманса технологиялар һәм яһалма интеллект. Ошо барлыҡ белем  һөҙөмтәһендә артабан гражданлыҡ хеҙмәтендә ҡуйылған маҡсаттарҙы һөҙөмтәле атҡара аласаҡтар.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас