

Яҡташыбыҙ Сергей Стрижов – махсус хәрби операция яугире, 20-се дөйөм ғәскәр армияһының мотоуҡсылар полкы водителе булып хеҙмәт итә.
Кесе сержант Стрижов яу яланында бер нисә тапҡыр үҙенең батырлығын һәм ҡаһарманлығын күрһәтә. Территорияларҙы азат итә, дошмандың нығытылған позицияларын штурмлай, дошман дрондарын бәреп төшөрә, яралыларҙы эвакуациялауҙа ҡатнаша.
Заданиеларҙы үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Сергей Стрижов IV дәрәжә Георгий Тәреһе, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн” миҙалдары һәм генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнә.
Яҡындары һәм туғандары уның менән ғорурлана һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын көтә.
Сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" каналы.