Фронтта ла, тылда ла - алғы һыҙыҡта

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир кескәйҙәргә бүләк яһаған

Фронтта ла, тылда ла  - алғы һыҙыҡтаФронтта ла, тылда ла  - алғы һыҙыҡта
Фронтта ла, тылда ла - алғы һыҙыҡта

Салауат районынан махсус хәрби операция яугире Салауат Ғәйнанов балалар баҡсаһына бүләк яһаған.

Лағыр ауылында тыуған “Танк” позывнойлы яугир балалар баҡсаһына уйын йыһаздары – компактлы тау һәм сағыу төҫтәге уйынсыҡтар алып биргән. Әйткәндәй, яугир шулай уҡ мәктәпкә уҡ-йәйәләр ҙә бүләк иткән ине.

Афарин, “Танк”! Артабан да иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, тиҙерәк һуғыштар бөтөп, яҡындарың янына һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Сығанаҡ: “Ҡызыл таң”

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас