

Хәҙер күптәр “дрон” һүҙен һәм уның мәғәнәһен яҡшы аңлай. Был яңы техника махсус хәрби операция биләмәһендәге күп урындарҙа файҙалана.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйғандар пилотһыҙ осоу аппараты операторы белгеслеген өйрәнә башлай. Ошо хаҡта “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командиры урынбаҫары Александр Мельченко “Башинформ” агентлығына белдергән.
- Рәсәй ғәскәрҙәре һәм дошмандар пилотһыҙ осоу системаларына етди иғтибар бүлә. Был йүнәлештең айырыуса мәғәнәгә эйә була барыуы бер кемгә лә сер түгел. 2023-2024 йылдарҙа хәл бөтөнләй икенсе ине. Ә хәҙер был техникаһыҙ бер нисек тә булмай. Бер пилотһыҙ осоу аппараты операторы йөҙләгән хәрбиҙе алмаштыра ала, – ти полк командиры урынбаҫары. – Беҙ үҙ базабыҙҙы киңәйтәбеҙ, тәжрибә туплайбыҙ һәм дрон операторҙары кадрҙарын әҙерләйбеҙ. Пилотһыҙ осоу аппараттарына ғына түгел, ер өҫтөндә файҙаланылған пилотһыҙ системаларға ла ҙур иғтибар бүленә.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрен йәш яугирҙәр менән тулыландыралар. 122 телефонына шылтыратып, барлыҡ мәғлүмәтте белергә була.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!