“Балаларымдың һуғыштың нимә икәнен белмәүен теләйем”

"Шул саҡта командирыбыҙға әйтеп бөтөргөһөҙ хөрмәт уянды. Ул һуғышта  аяғын юғалтҡандан һуң да полкты ташламаны, протез кейгән көйө хеҙмәт итеүен дауам итте”, – ти “Бурый”.

“Балаларымдың һуғыштың нимә икәнен белмәүен теләйем”“Балаларымдың һуғыштың нимә икәнен белмәүен теләйем”
“Балаларымдың һуғыштың нимә икәнен белмәүен теләйем”

Фәнзил һәм Рәмзил Хәсәнйәновтар ике йыл буйы ҡатмарлы шарттарҙа махсус хәрби операция  зонаһында хеҙмәт итә. “Хәсән” позывнойлы Рәмзил яраланғандан һуң тыуған яғына ҡайта, ҙур йорт һатып ала. Уның ете балаһы үҫә.

Фәнзил Иҫке Ҡайпан мәктәбен тамамлай. Армияға алмайҙар, хеҙмәт итеүгә үпкә сире ҡамасулай. Әммә теләге көслө булған кешегә Ватан һағына баҫыу өсөн мөмкинлекте табырға була. ”Бурый” позывнойын алған ефрейторҙы миномет батареяһына тәғәйенләйҙәр. Яугир ”Круг” позывнойлы командирына ҙур рәхмәтле. “Әгәр ҙә ул булмаһа, боевой һәм тактик әҙерлекте  тейешенсә үтеп булмаҫ ине, сыҙамлыҡҡа унан өйрәндем”, ти “Бурый”.

Армия реактив ут системалары, идара ителеүсе ракеталар һәм юғары теүәллектәге артиллерия  менән ҡораллана башлағас, минометтарҙың мөһимлегенә шик тыуа. Улар үткән быуаттың 30-сы йылдарында ҡоралланыуға алына. Әммә ысынбарлыҡ тап ошо 82-мм минометының пехотаны ҡотҡара алыуын раҫлай. Уны күсереп йөрөтөп була. Ауырлығы – 45 килограмм, атыу алыҫлығы – 4,4 километрға тиклем, зарар килтереү майҙаны – 50 квадрат метр. Әҙерлек сәғәттәрендә “Круг” ҡул аҫтындағы хәрбиҙәргә тын алырға ла ирек бирмәй, ҡаты тота. “Өйрәнгәндә ауыр булһа, аҙаҡ күберәк тейҙерерһегеҙ”, ти. “Тәүҙә мин дә быны фанатизм – юҡҡа түгелгән көс, энергия һәм ваҡыт, тип иҫәпләй инем. Хәрби һыҙыҡта ғына мин был оҙайлы, хәл бөтөргөс занятиеларҙың бик күп батарея яугирҙәренең генә түгел, ә полк һалдаттарының да ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалғанын күрҙем. Беҙҙә шул саҡта командирыбыҙға әйтеп бөтөргөһөҙ хөрмәт уянды. Ул һуғышта  аяғын юғалтҡандан һуң да полкты ташламаны, протез кейгән көйө хеҙмәт итеүен дауам итте”, – ти “Бурый”.

Ул наводчик булып хеҙмәт итә. Армияла бик кәрәкле вазифа һәм уға ихтыяж ҙур. Уға өйрәнергә теләүселәр юҡ тиерлек, сөнки наводчик миномет менән “ҡосаҡлашып” тигәндәй  хеҙмәт итә,  ул һәр саҡ дошман уты аҫтында.  Серебряный урман хужалығындағы ауыр һуғыштарҙа  байтаҡ ғүмерҙәр ҡыйыла. Көтөлмәгәндә килеп сыҡҡан дрон ташлаған граната шартлап, “Бурый”ҙың аяғын һәм ҡорһағын яралай. Госпиталдә ятҡанда уға Суворов миҙалын тапшыралар.

Фәнзил хәҙер Тәтешлелә йәшәй, фатир һатып алған. Умартасылыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләй. Егеттең яҡты хыялы бар: ағаһы кеүек ҙур, татыу ғаилә ҡороу. Тик ул балаларының һуғыштың нимә икәнен белмәүен теләй.

Фото: “Тәтешле хәбәрҙәре” гәзите сайты.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас