“БПЛА операторы – ул осоусы, разведкасы, технарь...”

Пилотһыҙ авиацияның яңы ғәскәрҙәре барлыҡҡа килеү сәбәпле, БПЛА операторы һөнәре торған һайын нығыраҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Кемдәр алғы һыҙыҡта дрондарға идара итә? Улар был һөнәргә нисек килгән һәм үҙҙәренең төп бурыстарын нимәлә күрә?

“БПЛА операторы – ул осоусы, разведкасы, технарь...”“БПЛА операторы – ул осоусы, разведкасы, технарь...”
“БПЛА операторы – ул осоусы, разведкасы, технарь...”

Пилотһыҙ авиацияның яңы ғәскәрҙәре барлыҡҡа килеү сәбәпле, БПЛА операторы һөнәре торған һайын нығыраҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Кемдәр алғы һыҙыҡта дрондарға идара итә? Улар был һөнәргә нисек килгән һәм үҙҙәренең төп бурыстарын нимәлә күрә? Был турала Башҡортостандан диверсия-разведка төркөмө пехотасыһынан алып FPV-дрон пилотына тиклем юл үткән “Феликс" позывнойлы яугир һөйләй.

“Минең пилотһыҙ авиациялағы эшем «БАРС» ирекле подразделениеһында башланды”, – ти ул. – Диверсия-разведка ротаһында пехотасы булдым. Бөйөк Ватан һуғышындағы беҙҙең олатайҙар кеүек, бында “аяҡ менән” эшләргә тура килде, йәғни күп йөрөнөк. Барып етәбеҙ, эшләйбеҙ, булдыра алғандар кире ҡайта.  Булдыра алмағандарҙы алып тейәп алып китәбеҙ. Ул саҡта дрондар етмәй ине. Һуңынан тәьмин итеү бер аҙ яҡшырҙы. Ирекмәндәр, техниканы запас частарҙан йыя белгән    профессионалдар ярҙам итә башланы.

 Етештереү эшенә дәүләт әүҙем ҡушылды һәм алғы һыҙыҡта төрлө аппараттар барлыҡҡа килде: самолет тибындағы, квадрокоптерҙар, октокоптерҙар, ҡанат рәүешендә булғандары, ҙур, бәләкәй, разведка, удар аппараттары. Еңелерәк була башланы. Ә һуңынан разведка сәфәрҙәренең береһендә минең төркөм шартланы. Дауаланғандан һәм контракттан һуң мин демобилизацияландым”.

“Ә дрондар менән идара итергә нисек өйрәндегеҙ?"

 “Беҙҙе уҡыу үҙәгендә уҡыттылар. Башта граждандар өсөн дрондарҙы өйрәндек, һуңынан яйлап хәрби удар FPV-дрондарын үҙләштерҙек. Дөйөм уҡсылар әҙерлеге, әлбиттә, барыһының да бар — осорға ғына түгел, атырға ла кәрәк бит”.

“Хәҙер был эштә яһалма зиһен ҡуллынылыуы тураһында күп һөйләйҙәр. Ул инде кешене алмаштырғанмы?”

“Әлегә юҡ, кеше факторы ҙур әһәмиәткә эйә. Яһалма зиһен саф килеш беҙҙә әлегә ҡулланылмай, әммә киләсәктә булыр, моғайын. Хәҙер башлыса ярым автоматтар эшләй. Дрондарҙы кешеләр осора, кешеләр маҡсаттар һайлай, ә һөжүм алгоритмы автоматик рәүештә бара.  

“Оператор ниндәй төп сифаттарға эйә булырға тейеш? Ул осоусымы, разведчикмы, әллә техникмы?”

“Барыһы ла бергә. Ул мотивацияланған, әхлаҡи яҡтан тотороҡло кеше булырға тейеш. Бәләкәй экранда иғтибарҙы оҙаҡ тупларға, ваҡ-төйәк деталдәрҙе: техника, кешеләр, нығытмаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмау талап ителә. Ҡарарҙы секунд өлөшөнә ҡабул итергә кәрәк. Һәм физик сыҙамлыҡ бик мөһим. Ҡайһы берҙә һөҙөмтәле эшләтеп ебәреү нөктәһенә тиклем 10-15 километр үтергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта бөтә ҡорамалдарҙы үҙ өҫтөндә йөрөтөргә, уларҙы урында уҡ әйләндерергә, һуңынан борорға, кире алып ҡайтырға кәрәк. Ә һин китеп барғанда дошман дроны өсөн еңел сәп булып тораһың. Улар яғынан разведка ла эшләй. Унда бер нисә оператор ҙа тоташа ала, ярым автоматтар эшләй ала. Минең төркөмдәге егеттәр, мәҫәлән, дошмандың дрондарына ҡаршы тороу тәжрибәһен шул тиклем яҡшы туплаған, хатта бер нисә минут эсендә өсәр һәм унан да күберәк дронды бәреп төшөрә алалар һәм һөҙөмтәлә еңеүсе булып сығалар.    Ошондай кешеләр арҡаһында юғалтыуҙар һаны кәмей.

Тимәк, БПЛА операторҙары командала эшләй. Төркөм ғәҙәттә ике кешенән тора. Береһе бер ҡоролманы, икенсеһе икенсеһен аса, позицияны йәшерә. Бер үҙе генә быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Һәм бер дрон йыш ҡына аҙ була, күтәрелмәй, йәки дошмандың радиоэлектрон ҡаршы тороу ҡоромлаһы эшләй. Бер нисә аппарат кәрәк”.  

“БПЛА операторҙарының күнекмәләре тыныс тормошта нисек файҙалы була ала?”

“Туранан — тура хәрби күнекмәләр һуғышта ғына файҙалы буласаҡ. Граждандар дрондарына хәрби опреаторҙар еңел генә идара итә ала, был күпкә еңелерәк, унда үҙенсәлекле маневрҙар башҡарырға, дошмандан йәшеренергә кәрәкмәй. Әммә ҡайһы берҙә тылда ла һуғыш алып барыу күнекмәләре талап ителә. Беҙгә әле лә дошмандың самолет тибындағы пилотһыҙ аппараттары килә, улар 50 килограмға тиклем шартлатҡыс ташый ала. Уларҙы атыу ҡоралы менән генә түгел, ә дрондар менән дә бәреп төшөрөргә мөмкин.

Шуға күрә бында ла бындай күнекмәләргә эйә булған белгестәр кәрәк. Был ювелир эш, һәм бындай оҫталыҡ хәҙер бик ныҡ талап ителә. Шуға күрә күнекмәләрҙе ҡулланыу өсөн майҙан киң”.

“Һеҙ шулай уҡ «Башҡортостан Геройҙары» программаһында ҡатнашаһығыҙ. Ни өсөн был һеҙҙең өсөн мөһим?”

“Был – республика өсөн мөһим нәмәләр эшләү мөмкинлеге. Ваҡыт үтеү менән балалар: «Атай, ә һин беҙҙе яҡшы һәм тыныс йәшәү өсөн нимә эшләнең? " - тип һораясаҡ. Һәм мин уларға бының өсөн нимә эшләгәнемде намыҫлы рәүештә һөйләй аласаҡмын. Мин яраланғандан һуң да бында барыһы ла тыныс йәшәһен, хәүефһеҙлек тойһон өсөн бөтә көсөмдө һалам”.  

Фото: “Феликс”тың  шәхси альбомынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас