

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ирекмәндәр һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. “Юлдаш” радиоһы журналистары-ирекмәндәре ойошторған сарала яугирҙәргә ярҙам итеү, пилотһыҙ осоу аппараттары бүлексәләре һәм башҡалар тураһында һүҙ барҙы.
– Фронттың һәр һыҙығы буйынса алға хәрәкәт итәбеҙ. Яугирҙәр хәрби мәсьәләләрҙе хәл итә. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары үҫешенә төп иғтибар бүленә. Фронттың барлыҡ участкаларында, частарында пилотһыҙ авиацияның яңы ғәскәрҙәре үҫешенә төп иғтибар бүленә. Йәй аҙағында улар штат составына ярашлы комплектланасаҡ, – тип һөйләне Алик Камалетдинов. – Ил етәкселеге, ғәскәрҙәрҙең ошо төрөн булдырып, дөрөҫ ҡарар ҡабул итте. Барығыҙ ҙа хәрби ғәмәлдәрҙең үҙгәреүен аңлайһығыҙ, хәҙер күп нәмә дрон операторҙары эшенә бәйле.
Сарала әйтелеүенсә, ғәскәрҙәрҙең был төрөнә республикала йәшәүселәр ҙә әүҙем яҙыла.
– Йәштәргә өҫтөнлөк бирелә. Был – ғәскәрҙәрҙең спецификалы төрө: моторика кәрәк. Ә уға егеттәр бәләкәйҙән өйрәнә. Өлкән йәштәге, хатта ҡыҙҙар араһында пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары бар, – тине Алик Финзир улы.
Махсус хәрби операция башланғандан алып, исемле батальондар булдырылыуҙың тәүге көндәренән үк Башҡортостан подразделениеларҙы пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин итә. Шулай ҙа 2022 йылда хәрби тәғәйенләнештәге яңы ҡорамалдарҙа эшләү буйынса белгестәр етмәне. Шуға хәрби күнекмәнән һуң хәрбиҙәр өҫтәмә рәүештә дрондарҙы өйрәнде һәм үҙаллы яңы фәнде үҙләштерҙе. Хәҙер улар юғары класлы белгестәр булараҡ, махсус хәрби операциялағы тәжрибәне йәштәргә тапшыра.
Бөгөн яугирҙәребеҙгә ниндәй ярҙам мотлаҡ икәнлеге тураһында ла һүҙ булды. Алғы һыҙыҡтағыларға тыуған яҡ менән бәйләнеш, беҙҙең ярҙам, хәстәрлек һәм иғтибар бик мөһим. Яугирҙәр – ҡалҡан, беҙ – ышаныслы тыл.
– Беренсе батальондарҙы булдырғанда барыһын да ебәрә торғайнылар. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта барыһы ла кәрәк ине. Хәҙер гуманитар ярҙамды заявкалар буйынса ғына ебәрәбеҙ. Штабтар ҙа, ирекмәндәр ҙә был хаҡта белә. Артығы кәрәкмәй. Яугирҙәрҙең барыһы ла бар тиерлек һәм улар хәрби шарттарҙа йәшәргә күнеккән. Транспорт, уға запчастар, тепловизорҙар, беспилотниктар һәм башҡалар кәрәк. Был – тиҙ ватыла торған техника. Мәҫәлән, “Мавика Про”, нигеҙҙә, бер аҙнаға тиклем ғәмәлдә була, – тип һөйләне республика Башлығы кәңәшсеһе.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың “Сәлим” позывнойлы яугире бөгөн пончоның көнүҙәк булыуы хаҡында әйтте.
– Прогресс тиҙ бара. Ирекмәндәр төркөмдәренә аныҡ подразделениелар командирҙары менән кәңәшләшеп эшләү яҡшыра, – тине. – Һеҙ йыйған гуманитар ярҙам беҙгә тылдың ныҡ икәнлеген күрһәтә. Ҡәҙерле әсәйҙәр һәм туғандар, яугирҙәр ас түгел, кейенгән. Обмундирование, ҡоралландырыу ҙа яҡшы, – тип белдерҙе “Сәлим”.
Сарала һүҙ яугирҙәрҙең ялы, шифаханала ял итеү мөмкинлектәре, аҡсалата түләүҙәр, ветерандарҙың эшкә урынлашыуы һәм башҡалар тураһында ла булды. Пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн рюкзактарҙың уңайлы икәнлеге хаҡында әйтелде. Әле республикала 86 дана тегелгән дә инде.
Яраланған яугирҙәрҙе дауалау, юғалған яугирҙәрҙе эҙләү һәм башҡа көнкүреш мәшәҡәттәре республикала хәл ителә. Шуны билдәләргә кәрәк: яугирҙәр түгел, ирекмәндәр, меценаттар, төрлө ойошмалар етәкселәре үҙҙәре яугирҙәргә ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында хәбәр итә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов республикала йәшәүселәрҙең “Бәйләнештә” төркөмөндәге социаль сәхифәһенә яҙа алыуы һәм шәхсән үҙенең яуап биреүе тураһында белдерҙе.
– Ярҙамсыларым да, секретарҙарым да юҡ. Тиҙерәк, тәүлек әйләнәһенә яуап бирергә тырышам, – тине ул.
Сарала хәрби бәрелештәр ветераны Рәжәп Арыҫланов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хеҙмәткәре Альбина Сәйфуллина ҡатнашты. “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Алик Камалетдиновҡа илебеҙ баш ҡалаһының “АСТ” һәм “Ленинград” нәшриәттәрендә донъя күргән “Позывной “Башкир” исемле яңы китабын бүләк итте. “Время Z” серияһына ингән китап хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың, тыныс халыҡтың һәм яҙмыштарын хәҙерге заман һынауҙары үҙгәрткән балаларҙың реаль ваҡиғаларына һәм шәхси һөйләүҙәренә нигеҙләнгән.
Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов “Мин ҡайтырмын” тигән йырҙы башҡарҙы.
Автор фотолары.