“Дронға ҡаршы юрғандар тегәбеҙ”

Улар дәүләттән аҡса һорамай, рәхмәт көтмәй, мөһим тип һанаған эштәрен тауыш-тынһыҙ башҡарыуҙарын белә...

“Дронға ҡаршы юрғандар тегәбеҙ”“Дронға ҡаршы юрғандар тегәбеҙ”
“Дронға ҡаршы юрғандар тегәбеҙ”

Бөгөн фронтҡа ярҙам итеүселәр бихисап. Кемдер ойоҡбаш бәйләй, кемдер мунса, мейес яһай,  ә бына Шулған ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарына дронға ҡаршы  юрғандар тегә башлаған.

Ауылдың уңған ҡатындары был эшкә тотонғансы окоп шәмдәре эшләгән, туҡмас ҡырҡҡан, ҡоро душтар әҙерләгән, банкаларға борщ, сәй тултырған, маскировка селтәрҙәре үргән.

Тегенселәр өсөн  оҫтахана былтыр апрель айында асылған. Район хакимиәте һәм Шулған мәктәбе берәр теген машинаһы бирә. Ҡалғандарын өйҙән алып киләләр. Улар дәүләттән аҡса һорамай, рәхмәт көтмәй, мөһим тип һанаған эштәрен тауыш-тынһыҙ башҡарыуҙарын белә.

Оҫтахананың бер минутҡа ла туҡтап торғаны юҡ. Ирекмәндәр Светлана Бәҙретдинова, Зәйтүнә Сәлимгәрәева, Афина Шәкирйәнова, Гөллирә Муллыева, Йәүһәриә Минеғолова, Фәнзилә Фаршатова, Мөнибә Шәйехова, Илмира Әхмәҙишина һәм Әлфиә Хәмәҙуллиналарҙың оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра. Туҡымалар улар ҡулында һалҡындарҙа һаҡлаған, дрондарға ҡаршы торған юрғандарға әүерелә.

Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ тормошо, ғаиләһе, балалары бар, әммә яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ваҡыт һәр саҡ табыла. Улар илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яугирҙәрҙең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын көтә. Йәүһәриә Минеғолованың ике ейәне, Илмира Әхмәҙишинаның кейәүе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә.

Ирекмәндәр 300-гә яҡын флис кофта, 80 тирәһе трико, табансалар һәм мендәрҙәр әҙерләнгән. ”Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ!”– ти Шулған ҡатын-ҡыҙҙары.

Фото:”Тәтешле хәбәрҙәре” гәзите сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас