

Ғафури районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ике яугир ғаилә ҡорорға ҡарар иткән. Райондың ЗАГС бүлегендә тулҡынландырғыс тантана булып үтте – икеһе лә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Ходок” һәм “Карма” позывнойлы яугирҙәр никахлашты.
Йәштәрҙе “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре ҡотларға килде. Улар йәштәргә тормош юлында гел йәнәшә барыуҙарын, бер-береһенә ныҡлы терәк булыуҙарын теләне.
– Яңы ғаиләгә бары яҡшы хәбәрҙәр ишетергә яҙһын, мөхәббәт һәм бер-береһенә хөрмәтле ҡараш теләйем, – тип яҙҙы Башҡортостан юстиция дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.
Фото: Владимир Спеленың ТГ-каналынан.