Халыҡ именлеге һағында

Артабанғы хеҙмәт юлын ул “Шаман” позывнойы аҫтында Росгвардия  составындағы 118-се махсус тәғәйенләнештәге бригадала башлай

Халыҡ именлеге һағындаХалыҡ именлеге һағында
Халыҡ именлеге һағында

Бөрйән районы Тимер ауылынан Айһылыу Хәкимйән ҡыҙы менән Әмир Фәтхулла улы Алтынбаевтарҙың улы Тимур ҙа махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға ҡарар итә. Ағаһының да унда хеҙмәт итеп йөрөүе быға булышлыҡ итмәй ҡалмағандар.
Әрме хеҙмәтен Тимур 2021-2022 йылдарҙа Бүрәт Республикаһының Улан-Удэ ҡалаһында үтә. 35–се зенит-ракета бригадаһында кесе сержант званиеһында инженер-техник бүлектең командиры булып хеҙмәт итә.


Ҡайтҡас төрлө эштәрҙә йөрөп, Затон биҫтәһендә урынлашҡан 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа хеҙмәткә алына. Бер ай ваҡыт үткәс, былтырғы йылдың 23 июнендә, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Артабанғы хеҙмәт юлын ул “Шаман” позывнойы аҫтында Росгвардия составындағы 118-се махсус тәғәйенләнештәге бригадала башлай.
Һуғыш барған ерҙәге йәшәү шарттарына тиҙ төшөнөп ала егет.
Ташландыҡ бер база биләмәһендә үҙҙәренә ярашлы йәшәр ер, мунса-маҙарын да хәстәрләп алалар. 


- Хәрби паектар менән генә туҡланып йәшәп булмай, шуға магазиндарға сығып үҙебеҙгә оҡшаған ризыҡтар һатып алып ҡайтып, бешереп ашайбыҙ. Ябай ғына булһа ла, мунсабыҙ ҙа бар, шөкөр. Төрлө милләт вәкилдәре менән татыу көн итәбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә тырышабыҙ. Бер итальян егете лә бар арабыҙҙа. Уның менән дә аңлашырға, аралашырға өйрәнеп бөттөк хәҙер. Унда әрме хеҙмәтемдә алған тәжрибәм ныҡ ярҙам итә. Әлеге көндә ваҡытлыса алты кешенән торған гранатометсылар отделениһының командирымын. Командование ҡуйған хәрби бурыстарҙы үтәйбеҙ. Тыныс халыҡты борсоуға һалған дрондарҙан һаҡлайбыҙ, – тип һөйләй икенсе тапҡыр ялға ҡайтыусы Тимур.


Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә имен-һау булып, илебеҙгә тыныслыҡ яулап, Еңеү менән ҡайтырға яҙһын һеҙгә, батыр йөрәкле яугирҙәр!

Фото: яугирҙең шәхси архивынан.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите 

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас