МХО ветерандары, ғаилә ағзалары бушлай психологик ярҙам ала

Психологка барыу – һәр кемдең шәхси эше. Шулай ҙа белгескә ваҡытында мөрәжәғәт итеү ҡәҙимге тормошҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға форсат бирә.

МХО ветерандары, ғаилә ағзалары бушлай психологик ярҙам алаМХО ветерандары, ғаилә ағзалары бушлай психологик ярҙам ала
МХО ветерандары, ғаилә ағзалары бушлай психологик ярҙам ала

«Ватанды һаҡлаусылар» фондында МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай психологик ярҙам ала ала.

Психологка барыу – һәр кемдең шәхси эше. Шулай ҙа белгескә ваҡытында мөрәжәғәт итеү ҡәҙимге тормошҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға форсат бирә.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы үҙ социаль селтәрҙәрендә шундай тарихтарҙың береһе менән таныштыра.

МХО ветераны тыны ҡыҫылыу, тахикардия менән бәйле паника кисереүе арҡаһында өйөнән сыҡмай. Был хәлдең аҙнаһына биш тапҡыр ҡабатланған сағы була.  

Фонд психологы паника тыуҙырған хәлдең сәбәбен асыҡлай – дрон выжылдауын хәтерләткән тауыштар. Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты МХО яугире идара иткән автомобилгә һөжүм иткән була.

Белгес пациентты бер нисә тапҡыр ҡабул итә һәм тын алыуҙы контролдә тотоу күнекмәләренә өйрәтә. Хәлде яйлар өсөн психотерапевт та ҡушыла, ул дауалау тәғәйенләй. Һөҙөмтәлә паника һөжүме айына бер-ике тапҡырға тиклем кәмей, ә ветеран үҙе IT-өлкәлә гражданлыҡ һөнәре буйынса уҡыуын дауам итә.

МХО ветерандары, ғаилә ағзаларына бушлай психологик ярҙам алыу өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” фондының үҙ районы-ҡалаһындағы социаль координаторына мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип хәтергә төшөрә фонд вәкилдәре.

Мәғлүмәт, фото: https://vk.com/zashitnikiotechestvarb

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас