

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусы МХО ветерандары Дмитрий Смирнов, Алексей Савельев, Эрик Фатиев һәм Павел Ярмоленко «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт Думаһына алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға документтарын тапшырҙы.
Депутат мандатына дәғүәселәр менән ҡыҫҡаса «Башҡорт батальоны»ның МАХ-тағы каналында таныштырҙылар.
Десантсы Дмитрий Смирнов Ғафури районының Красноусол ауылында тыуған, взвод командирынан алып 217-се гвардия парашют-десант полкының батальон командиры урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үткән. Ҡаһарманлыҡ ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнгән.
Алексей Савельев сығышы менән Нефтекаманан. Чечнялағы хәрби бәрелештәр ветераны. 2014 йылдан Донбассты яҡлауҙа ҡатнашҡан, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәләрендә һуғышҡан. Ул МХО-ла беренсе көндән үк. Алексей Смирнов Харьковты штурмлауҙа ҡатнашҡан.
Эрик Фатиев - Тыва Республикаһынан, Сүриәлә биш тапҡыр командировкала булған, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәләрендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Күрһәтелгән батырлыҡтары өсөн Жуков һәм Суворов миҙалдары менән бүләкләнгән.
Павел Ярмоленко – Ижевскиҙан. 2023 йылда үҙ теләге менән МХО-ға юллана, яуҙарҙың береһендә тәүгеләрҙән булып дошмандың диверсия-разведка төркөмөн таба һәм уның менән алышҡа инә, шуның өсөн II дәрәжәләге «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Фото: «Башҡорт батальоны»ның МАХ-тағы каналынан.