

Федоровка районының Балыҡлы ауылынан Рәмил исемле егет махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китергә ҡарар итте. Ул пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә хыяллана. Был аҙым – ябай ҡарар түгел, ә ил хәүефһеҙлегенә өлөш индерергә теләгән граждандың аңлы рәүештә һайлаған позицияһы.
Рәмил контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына документтарын килтергән, тест үтергә әҙерләнә. Ул офицерҙар менән аралашҡан, башҡа район һәм ҡалаларҙан килгән. дроноводтар менән кәңәшләшкән һәм дөрөҫ юл һайлауына тамам ышанған.
“Мин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарым менән дә кәңәшләштем. Улар яҡшылап уйларға, әгәр ҡарар ҡабул иткәнһең икән, юлыңдан тайпылмаҫҡа ҡушты. Контракт буйынса һайлап алыу үҙәгенең эше ентекле уйланылған. Офицерҙар һәр һорауға тулыһынса яуап бирә. Хәҙер тормошом ике өлөшкә бүленде. Өйҙә мине ҡатыным, ҡыҙым, әсәйем, ҡустым һәм апайым көтә, алда – хеҙмәттәштәрем. Өйҙәгеләр һуңғы мәлдә генә минең фронтҡа китәсәгем тураһында белде. Әсәйем иланы, мин уны йыуатыу өсөн йылы һүҙҙәр табырға тырыштым. Бөтәһе лә яҡшы булыр, бары көтөгөҙ, тип тынысландырҙым. Тулҡынланабыҙ, әлбиттә, тик ҡурҡыу тойғоһо юҡ”, – ти Рәмил.
Эдуард Ҡусҡарбәков фотоһы.