“Башҡорт”ҡа – юғары награда!

Ул 2024 йылдың март айынан махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй.  

“Башҡорт”ҡа  –  юғары  награда!“Башҡорт”ҡа  –  юғары  награда!
“Башҡорт”ҡа – юғары награда!

“Балаҡатай районында йәшәгән яҡташыбыҙҙы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында  бик шатлыҡлы  ваҡиға ҡаршы алды”, тип яҙа “Яңы  Балаҡатай”  гәзите.

45 йәшлек кесе лейтенант Дмитрий Николаевич Петров  “Башҡорт” позывнойын алған. Уны район хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова ҡатыны Гөлнара менән үҙенә саҡырып, яугиргә  Генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Юғары награда – яҡташыбыҙҙың батырлығын, фиҙакәрлеген, Ватанға тоғролоғон иҫбатлаған тағы бер дәлил. Дмитрий Петров 2024 йылдың март айынан махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. Әлеге мәлдә ул Купянск ҡалаһы эргәһендә танк полкы инженер-сапер ротаһының взвод командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Хәрби хәрәкәт  шарттарында саперҙар эше айырыуса мөһим, улар төп көскә алға үтеү өсөн юл һала. Маршруттарҙы разведкалау, миналарҙы юҡ итеү, шартлау хәүефе булған предметтарҙан юлдарҙы таҙартыу кеүек бурыстарҙы үтәргә тура килә. Батырлығы өсөн Дмитрий Петров Жуков, “Хәрби отличие өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” миҙалдары менән наградланған. Яугирҙе яңы юғары наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Фото: “Яңы балаҡатай” гәзите.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас