

Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында йәшәүсе Зәлиә менән Байрас Хафизовтарҙың татыу һәм берҙәм ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Өлкән улдары Иштуғанға – 14 йәш. Ул быйыл Тупаҡ урта мәктәбенең VIII класын уңышлы тамамлаған. Тырыш, сәмсел һәм маҡсатлы егет радиоэлектроника, математика, физика менән мауыға. Икенсе балалары – VI класты уҡып бөткән ҡыҙҙары Вәлиә – тәмле итеп бешеренергә, һүрәт төшөрөргә ярата. Кескәйҙәре Динислам балалар баҡсаһынан һуң беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асырға йыйына.
Татыу ғаиләлә бөгөн бигерәк күңелле, сөнки ғаилә башлығы Байрас Буранбай улы махсус хәрби операциянан сираттағы ялға ҡайтҡан. Ғәзиз атайыңдың һәм ҡәҙерле иреңдең янда булыуы үҙе ҙур бәхет түгелме?!
– Ҡатыныма һәм ғәзиз әсәйем Зәлифә Исрафил ҡыҙына ҡабул иткән ҡарарымды аңлағандары, һәр саҡ терәк булғандары өсөн ҙур рәхмәт, – тип һөйләне “Бадро” позывнойлы яугир.
Байрас Хафизов махсус хәрби операция биләмәһендә инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
– Бер йыл буйы ул ошондай ҡарар ҡабул итәсәге тураһында һөйләй торғас, аҙаҡ тамам күндерҙе. Үҙе бик матур эштә эшләй – күрше Магнитогорск ҡалаһындағы металлургия комбинатында мастер ине, – ти Зәлиә Зөфәр ҡыҙы. Үҙе һөнәре буйынса - тегенсе.
Ғаилә башлығы Чечняла хеҙмәт иткән. Байрас Буранбай улы башта - Магнитогорск дәүләт техник университетын, күптән түгел Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын тамамлаған. Һөнәрҙәре буйынса ул - нефть һәм газ табыусы, төҙөүсе. 2009 йылдың 18 июнендә йәштәр матур итеп туй үткәргән. Өс балалы әсә Зәлиә Зөфәр ҡыҙы үҙе сығышы менән – күрше Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан.
– Ҡустыларым, ҡәйнештәрем һәм ҡайнағаларым махсус хәрби операция билмәһендә булғас, мин дә ситтә тороп ҡала алманым, – ти Байрас Хафизов.
Фотолар: Хафизовтарҙың ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!