Был йөк госпиталгә юлланды

Беҙҙең ярҙамдың бер өлөшө госпиталдәге егеттәрҙе ҡыуандырыр, уларға тиҙерәк һауығырға ярҙам итер, тип ышанғы килә

Был йөк госпиталгә юлландыБыл йөк госпиталгә юлланды
Был йөк госпиталгә юлланды

Дүртөйлө районы ла махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп тора. Май айында улар 38-се ярҙам йөгөн яугирҙәргә алып барғайны, яңыраҡ тағы ла бер ылауҙы госпиталгә оҙаттылар.

– Дүртөйлө районынан мөһим миссия менән Дондағы Ростовҡа гуманитар йөк оҙаттыҡ. Ярҙамды махсус хәрби операция яугирҙәре дауаланған госпиталгә алып барҙылар. Шәхси транспортта посылкаларҙы яҡташыбыҙ Филүс-"Бөркөт" алып китте, ул гуманитар конвойҙы даими оҙатып алып барып тора.

Дарыуҙар, гигиена саралары, кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ Дүртөйлө оҫталары һәм ирекмәндәре әҙерләгән әйберҙәр ебәрҙек. Беҙҙең йылылыҡтың бер өлөшө госпиталдәге егеттәрҙе ҡыуандырыр, уларға тиҙерәк һауығырға ярҙам итер, тип ышанғы килә. Һәр шундай йөк – беҙҙең яҡташтарыбыҙға уларҙың батырлығы һәм сыҙамлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәре ул. Был ярҙамды йыйыуға үҙ көсөн һалған вайымһыҙ кешеләргә ихлас рәхмәт. Филүскә ышаныслылығы һәм гражданлыҡ позицияһы өсөн айырым рәхмәт, – тине Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

Фото: Риф Йосоповтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Был йөк госпиталгә юлланды
Был йөк госпиталгә юлланды
Был йөк госпиталгә юлланды
Был йөк госпиталгә юлланды
Был йөк госпиталгә юлланды
Был йөк госпиталгә юлланды
Был йөк госпиталгә юлланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас