

Махсус хәрби операция башланғандан алып, исемле батальондар булдырылыуҙың тәүге көндәренән үк Башҡортостан подразделениеларҙы пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин итә. Шулай ҙа 2022 йылда хәрби тәғәйенләнештәге яңы ҡорамалдарҙа эшләү буйынса белгестәр етмәне. Шуға хәрби күнекмәнән һуң хәрбиҙәр өҫтәмә рәүештә дрондарҙы өйрәнде һәм үҙаллы яңы фәнде үҙләштерҙе. Хәҙер улар, юғары класлы белгестәр булараҡ, махсус хәрби операциялағы тәжрибәне йәштәргә тапшыра.
– Фронттың һәр һыҙығы буйынса алға хәрәкәт итәбеҙ. Яугирҙәр хәрби мәсьәләләрҙе хәл итә. Әлеге ваҡытта төп иғтибар пилотһыҙ осоу аппараттары үҫешенә бүленә. Фронттың барлыҡ участкаларында, частарында пилотһыҙ авиацияның яңы ғәскәрҙәре үҫешенә төп иғтибар бүленә. Йәй аҙағында улар штат составына ярашлы комплектланасаҡ, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов күптән түгел ирекмәндәр һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашҡанда (һүрәттә). – Ил етәкселеге, ғәскәрҙәрҙең ошо төрөн булдырып, дөрөҫ ҡарар ҡабул итте. Барығыҙ ҙа хәрби ғәмәлдәрҙең үҙгәреүен аңлайһығыҙ, хәҙер күп нәмә дрон операторҙары эшенә бәйле.
Сарала әйтелеүенсә, ғәскәрҙәрҙең был төрөнә республикала йәшәүселәр ҙә әүҙем яҙыла.
– Йәштәргә өҫтөнлөк бирелә. Был – ғәскәрҙәрҙең үҙенсәлекле төрө: моторика кәрәк. Ә уға егеттәр бәләкәйҙән өйрәнә. Өлкән йәштәгеләр, хатта ҡыҙҙар араһында пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары бар, – тине Алик Финзир улы.
Әйткәндәй, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары йыраҡтан эшләй. Дрондарға идара итеү пультынан яу һыҙатына тиклем бер нисә тиҫтә километр арауыҡ ҡала. Был дрон менән эшләүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефһеҙлекте күпкә кәметә. Махсус хәрби операция зонаһындағы коптерҙар урынды өйрәнә, дошмандың позицияһын разведкалай, кәрәк саҡта һөжүм итә, хатта йөк алып барып еткерә. Әммә идара итеү өсөн үткер күҙ, аналитик фекерләү, етеҙ бармаҡтар кәрәк.
Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе граждандарға махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тигән барлыҡ ярҙам саралары ла ҡаралған. Тағы был һөнәр эйәләренең тәжрибәһе, белеме тыныс тормошта ла кәрәк. Яуҙа тәжрибә алған пилотһыҙ осоу аппараттары белгестәре сәнәғәттең, ауыл хужалығының, яғыулыҡ-энергетика комплексының барлыҡ төрҙәрендә лә тиерлек эшләй ала.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.