

Башҡортостандан махсус хәрби операция ветерандары, Рәсәй Геройҙары Степан Белов менән Борис Дудко "Геройҙар дәүере" федераль кадрҙар программаһы буйынса уҡыуын уңышлы тамамланы.
22 майҙа улар Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашты.
Степан Белов 1996 йылда Октябрьский ҡалаһында тыуған. Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған. МХО-ла 2022 йылдың февраленән алып ҡатнашҡан. Уның командалығындағы рота ҡаршы яҡтың 20 танкын һәм туғыҙ хәрби машинаһын юҡ иткән.
Степан Беловтың уҡыуҙағы остазы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко булған.
Борис Дудко 1989 йлда Бөрөлә тыуған. Ул да Ҡазан танк училищеһын тамамлаған, МХО-ла тәүге көндәрҙән үк ҡатнашҡан. Яуҙарҙың береһендә уның экипажы ҡаршы яҡтың ете танкын һәм байтаҡ шәхси составын юҡ иткән.
Әлеге программала Борис Дудконың остазы Федерация Советының оборона һәм хәүефһеҙлек буйынса комитеты рәйесе Владимир Булавин булған.
Геройҙар менән осрашыуҙа Президент Владимир Путин Белов һәм Дудко кеүек ҡаһармандар илебеҙҙең киләсәге өсөн терәк булыуын билдәләне. Ошондай геройҙарға таянып, Рәсәй дөйөм изге маҡсатҡа өлгәшә һәм бөтә йүнәлештәр буйынса үҫешә аласаҡ тигән ышаныста Владимир Путин.
Фото: "Башинформ".
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan