Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Темәс ауылы батыры "Буян" позывнойлы яугир ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтты.
Темәс ирекмәндәре, Темәс мәктәбенең педагогик һәм техник коллективы "Буян" позывнойлы яугирҙе ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан оҙатыу сараһын үткәрҙе. Уҡытыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре әҙерләгән маскировка селтәрҙәрен алып килде һәм яугиргә бүләк итте. Һәр кем батыр "Буян"ға изге теләктәр, хәйерле юл һәм, иң мөһиме, тиҙерәк имен-һау ҡайтыуын теләне. Сөнки өйҙә уны ғаиләһе көтә. Еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы ышанып көтәбеҙ, батыр яугирҙәребеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: Темәс ауылы төркөмөнән