Йөрәк ҡушыуы буйынса

“Усла” позывнойын уға Тимерйән Рәжәпов ағаһы ҡуша. Фәимә апаһының улы Данис МХО-ла ғәйеп булғас, ул үҙе яуға китергә ҡарар итә. – Апай, улың табылһа, һиңә көс кәрәк, ә мин был яҡта уның хаҡта белергә, үҙен мотлаҡ табырға тырышырмын,  – ти,  ҡәҙерлеһен йыуатып. Ул ваҡытта “Усла” ниндәй ауыр һынауҙар аша үтергә тура килерен уйламағандыр ҙа. Яу яланынан яралы командирҙы алып сығыу, уны тапҡансы япа-яңғыҙы һәр мөйөштән хәүеф һағалаған ерҙән барыу... Кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшеү уның рухын нығыта, үҙенә ышанырға һәм көслө булырға өйрәтә.

Йөрәк ҡушыуы буйынсаЙөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

Баймаҡ районында 1979 йылдың 10 апрелендә күп балалы ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килә "Усла". 9-сы класҡа тиклем белемде Буранбай башланғыс мәктәбендә ала. Унан 10-11-се кластарҙа уҡыуын Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында урынлашҡан республика башҡорт компьютер лицей-интернатында дауам итә. Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Артабан ул 2001–2005 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем ала. 2012–2013 йылдарҙа интернатурала уҡый. Хеҙмәт юлын студент сағында уҡ Өфөләге 22-се дауаханала башлай. 2015 йылдан 2021 йылға тиклем Өфө ҡалаһының 50-се поликлиникаһында  эшләй, 17 йыл хеҙмәт стажы менән уны Республика туберкулез диспансерына эшкә саҡыралар.

Унда бер йыл эшләгәндән һуң, 2023 йылда, Оборона министрлығы менән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Уға хәтлем ул гуманитар ярҙам менән МХО биләмәһенә бер нисә тапҡыр барып ҡайтҡан була. Әлеге көндә лә "Усла" – алғы һыҙыҡта, медицина пункты начальнигы булып хеҙмәт итә. Уның  фиҙакәрлеге тыныс тормошта ла лайыҡлы баһалана: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының грамоталары менән бүләкләйҙәр. Беренсе категориялы табип статистик бүлек мөдире вазифаһын башҡара. Һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ була. Республика һаулыҡ һаҡлау профсоюзы рәйесе йөгөн тарта. Ә хәрби хеҙмәттә ҡыйыу ҡатын ҡаһарманлығы өсөн “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн”, МХО ҡатнашыусыһы, Хәрби хәрәкәттәр ветераны, фиҙакәрлеге һәм һөнәри оҫталығы өсөн Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары менән наградланған.

"Усла" Башҡортостанға ҡайтҡан ваҡытта "Ҡаһарманлыҡ дәрестәре"ндә ҡатнашырға ла өлгөрә. Уның ҡыҙы ла әсәһе юлынан китмәксе булып, шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерә.

Яугирҙәребеҙгә, алғы һыҙыҡта ал-ял белмәй хеҙмәт иткән ҡаһармандарыбыҙға ауыр хеҙмәттәрендә уңыштар, һаулыҡ, еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас