+19 °С
Облачно


Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың өләсәһе Сара Сабит ҡыҙы Ғәниева Әбйәлил районы Тал Ҡусҡары башланғыс мәктәбенең алдынғы уҡыусыларына дүрт йыл рәттән премия тапшыра.
Быйыл да ул, йола буйынса, 4-се класты тамамлаусы уҡыу алдынғыһы Мәрйәм Рамаҙанова, спорт алдынғылары Назар Бәшәров менән Илдан Дәүләтбаевты ҡотлап, бүләген бирҙе.
Балаларҙың уҡытыусыһы Ләйсән Хажина.
Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзитенән