Ҡыйыу ҡатын МХО-ға ире янына ике тапҡыр барып ҡайтҡан

"Махсус хәрби операция башланғас, мин иптәшемдең тыныс ҡына өйҙә ултырып ҡалмаясағын, шунда юлланасағын белә инем. “Мин малай тәрбиәләйем,  ул минән өлгө аласаҡ”, тине ирем. 

Ҡыйыу ҡатын МХО-ға ире янына ике тапҡыр барып ҡайтҡанҠыйыу ҡатын МХО-ға ире янына ике тапҡыр барып ҡайтҡан
Ҡыйыу ҡатын МХО-ға ире янына ике тапҡыр барып ҡайтҡан

Күҙ алдына килтереүе ауыр, әммә ҡыйыу ҡатын махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән ире янына ике тапҡыр барып ҡайтыу өсөн көс тапҡан. Ике мең саҡрым ара үтеп, Донецкиға барып етеп, тормош иптәше, “Седой” позынойлы яугир менән осрашҡан.

Камилйәновтар бергә 16 йыл йәшәй. Бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр.  Азалия 9-сы, Азамат 7-се класты тамамлаған. Һуғыштың аяуһыҙлығын белһә лә, Лилиә төшөнкөлөккә бирелә торғандарҙан түгел.

Ул Благовещен ҡалаһындағы төҙөлөш колледжында хисапсы һөнәренә уҡып сыға. Әле район ветеринария станцияһында эшләй. Тормош иптәшен Яңы Киҙгән ауылы һабантуйында осрата.

–Махсус хәрби операция башланғас, мин иптәшемдең тыныс ҡына өйҙә ултырып ҡалмаясағын, шунда юлланасағын белә инем. Һәр ир-аттың бурысы – Ватанды һаҡлау. Иремдең ғаиләһендә илһөйәрлек барыһынан да өҫтөн. Өлөшләтә мобилизация башланғас, Аяз тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткә саҡырылды. Күҙ йәштәрһеҙ оҙатып булманы, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, мин уның һуғышҡа китеүен теләмәнем. “Мин малай тәрбиәләйем,  ул минән өлгө аласаҡ”, тип яуап ҡайтарҙы ирем.

Иптәшем менән телефон аша аралашҡанда уны төрлө һорауҙар менән борсомайбыҙ. Балаларға әйтеп ҡуйҙым, “беҙ тыныс тормошта бөтәһен дә хәл итә алабыҙ, атайығыҙҙы борсомағыҙ”, тинем. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә дәүләт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Балалар мәктәптә бушлай ашатыла, хатта ҡайһы саҡ уңайһыҙ булып китә. Беҙҙең бары бер теләк –тиҙерәк һуғыш тамамланһын, яҡындарыбыҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, – ти Лилиә.

Былтыр июль айында  ул кинәт кенә йыйынып, оҙон юлға сығырға баҙнат итә. Алыҫ юл ҡурҡытмай. ”Иремде күреү теләге ныҡ ҡанатландырҙы, был хис-тойғолар ҡурҡыуҙан көслөрәк булып сыҡты”, – ти Лилиә.–  Быйыл икенсе сәфәрҙе планлаштырып сыҡтым. Аяз йортҡа  еңеү менән имен-һау ҡайтырға һүҙ бирҙе.  Ә мин  көтөргә һәм  ышанырға тейешмен”.


Фото:  Лилиә Камилйәнованың шәхси архивынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас