

Башҡортостан муниципалитеттарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса эш дауам итә. “Берҙәм Рәсәй” әүҙемселәре, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы һәм битараф булмаған халыҡ гуманитар ярҙам йыя, яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр тапшыра һәм хәйриә акциялары үткәрә.
Мәләүез районында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Торлаҡ” беренсел бүлексәһе секретары Олеся Шаринская менән депутат Николай Гераськин, “Мәләүез үҙәге йорто” һәм “УКЖХ” идара итеүсе компаниялар коллективтары, шулай уҡ беренсел бүлексә активистары менән берлектә “Йөрәк саҡырыуы буйынса” ирекмәндәр хәрәкәтенә гуманитар ярҙам йыйыуҙы һәм тапшырыуҙы ойошторҙо.
Йөктө Мәләүез эҙәрмәне, ирекмән һәм 4-се мәктәп педагогы Юрий Тукмаков алып килде. Уның иңендә - махсус хәрби операция үткәреү биләмәһенә 50-нән ашыу сәфәр. Стәрлетамаҡ районының Октябрьский ауылында Алевтина Петровна Голованова яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Икенсе йыл инде ул хәрбиҙәр өсөн тәбиғи йөндән йылы ойоҡбаш бәйләй. Был ваҡыт эсендә МХО биләмәһенә 50-нән ашыу пар ебәрелгән.
– Алевтина Петровна – күңел йомартлығының ысын өлгөһө. Бындай кешеләр булған саҡта, беҙҙең тыл ныҡ. Уның ойоҡбаштары яугирҙәрҙең аяҡтарын ғына түгел, йөрәктәрен дә йылыта, — тип билдәләне Стәрлетамаҡ районының Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Ирина Мөхәмәтшина.
Алевтина Петровна үҙе лә ситтә ҡала алмауы тураһында әйтә.
– Көсөм – минең оҫталығымда. Минең еп яугир өсөн бетеү, өйҙә уны көтәләр тигән иҫкәртеү булһын, — тип уртаҡлашты ул.
Ағиҙелдә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы "Һыу аҫты һунары" фестивале сиктәрендә хәйриә акцияһы үткәрҙе. Фестивалдә ҡатнашыусылар яңы тотолған балыҡты тапшыра, ә ҡала халҡы уны арзан хаҡҡа һатып ала. Йыйылған саралар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.
- Беҙ хатта бәләкәй генә ярҙамдың да ҙур әһәмиәткә эйә булыуына ышанабыҙ. Һәр тотолған балыҡ — ул хәҙер алғы һыҙыҡта булғандарға теләктәшлек һәм рәхмәт символы, – тип билдәләне Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб етәксеһе Радис Камалов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы “Берҙәм Рәсәй” партияһының бөтә Башҡортостан буйынса урындағы бүлексәләре базаһында урынлашҡан. Улар республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн булдырылған.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының сайтынан.