Бәреп төшөрөлгән дрон - музейға

Денис Ирназаров гуманитар ярҙам йыйыуға өлөш индергән барлыҡ яҡташтарына рәхмәт белдерҙе.

Бәреп төшөрөлгән дрон - музейғаБәреп төшөрөлгән дрон - музейға
Бәреп төшөрөлгән дрон - музейға

Ағиҙел ҡалаһынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау алып барылды.

– Ярҙамды Запорожье өлкәһенә илттек. Унда яугир яҡташтарыбыҙ күп, – тип хәбәр итте Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Денис Ирназаров. – Яугирҙәр менән шәхси осрашып, алып барылған йөктө тапшырҙыҡ. Был юлы яҡташыбыҙ Евгений Вострецов биргән автомобилде алып барҙыҡ. Ул хәрби бурыстарҙы йылдамыраҡ үтәүгә булышлыҡ итәсәк, шәхси составты алып йөрөү, позицияларға кәрәкле ҡорамалдарҙы, һыу, аҙыҡ-түлек илтеүҙә ярҙам буласаҡ.

Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, улар шулай уҡ генераторҙар, төҙөлөш материалдары, инструменттар, техникаларҙы ремонтлау өсөн запас частар, яугирҙәрҙең туғандарынан адреслы посылкалар, уҡыусыларҙан хаттар алып барған. Яуҙағы яҡташтары рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Бәреп төшөрөлгән дошман дронын да биреп ҡайтарғандар – ул ҡала музейында почетлы урынға ҡуйыласаҡ.

Денис Ирназаров гуманитар ярҙам йыйыуға өлөш индергән барлыҡ яҡташтарына рәхмәт әйтә, Еңеүҙең беҙҙең яҡта буласағына ышаныс белдерә.

Фотолар: Д. Ирназаровтың сәхифәһенән.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Бәреп төшөрөлгән дрон - музейға
Бәреп төшөрөлгән дрон - музейға
Бәреп төшөрөлгән дрон - музейға
Бәреп төшөрөлгән дрон - музейға
Бәреп төшөрөлгән дрон - музейға
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас