

Бәләбәй районынан йәш егет Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн килешеү төҙөнө. Ул хәҙер ғәзиз атаһы кеүек алғы һыҙыҡта һәм һауа-десант ғәскәрҙәрендә пилотһыҙ осоу аппараты операторы булып хеҙмәт итә.
Егеттең атаһы фронтҡа 2023 йылдың авгусында шулай уҡ десант һөжүм итеү ғәскәрҙәре составында юлланған. Яу барышында ул яраланған һәм дауаланғандан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.
Белеүебеҙсә, Рәсәй ғәскәрҙәре һәм дошмандар пилотһыҙ осоу системаларына етди иғтибар бүлә. Был йүнәлештең айырыуса мәғәнәгә эйә була барыуы бер кемгә лә сер түгел. 2023-2024 йылдарҙа хәл бөтөнләй икенсе ине. Ә хәҙер был техникаһыҙ бер нисек тә булмай. Бер пилотһыҙ осоу аппараты операторы йөҙләгән хәрбиҙе алмаштыра ала.
Фото: Бәләбәй районы хакимиәтенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!