+21 °С
Болотло


Сығышы Ҡыйғы районынан булған, бөгөн махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташыбыҙ отпускыға ҡайтҡан.
Был турала Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин былай тине:
– Ҡыйғы егете Денис ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, уны барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көттөк. Яугирҙең позывнойы – "Шаги". Һалдат менән бер мин генә түгел, ә тотош райондың ойошма һәм предприятие етәкселәре осрашты, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләштек. Ватан һаҡсыһына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе әйттек.
Фото: Юлиә Фазлиәхмәтова.