Мин үҙебеҙҙе малай саҡтан хәтерләйем

“Башҡортостан геройҙары” программаһының ике финалсыһының дуҫлашыу тарихы менән танышығыҙ.

Мин үҙебеҙҙе малай саҡтан хәтерләйемМин үҙебеҙҙе малай саҡтан хәтерләйем
Мин үҙебеҙҙе малай саҡтан хәтерләйем

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалсыһы Азамат Шаһисолтанов үҙенең дуҫы Рәмил Мостафин тураһында һөйләне. Улар бер ауылда бергә үҫкән, бала саҡтан дуҫтар.

“Мин үҙебеҙҙе малай саҡтан хәтерләйем. Ауыл урамдары буйлап йүгереп уйнаныҡ, һуңғы икмәк киҫәген бүлештек, ҡыуыштар төҙөнөк һәм ул саҡта шундай ябай булып күренгән киләсәк тураһында хыялландыҡ”, – тип яҙа Азамат.

Рәмил Ватанды һаҡлаусы юлын һайлай, офицер, хәрби хәрәкәттәр ветераны була. Хатта ауыр яраланғандан һуң да ул һынмай, сафта ҡала. Уның өсөн офицер намыҫы - һүҙ генә түгел, ә йәшәү рәүеше. Ул иптәштәренә ярҙам итә, остаз булып хеҙмәт итә. Азамат дуҫын “ҙур йөрәкле кеше, батырлыҡ һәм рух көсө өлгөһө” тип атай.

Хәҙер ике финалсы бергә идара итеүҙең заманса технологияларын һәм яһалма зиһенде үҙләштереп, “Башҡортостан геройҙары” программаһының дүртенсе модулендә уҡып йөрөй.

 

Фото: “Башҡортостан геройҙары” төркөмөнән.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас