Иҫәнгилдиндәр ике баш һарыҡ ите биргән

Унан ауыл халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир яҡташтарына 44 банка быҡтырылған ит әҙерләгән.

Иҫәнгилдиндәр ике баш һарыҡ ите биргәнИҫәнгилдиндәр ике баш һарыҡ ите биргән
Иҫәнгилдиндәр ике баш һарыҡ ите биргән

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташ яугирҙәргә быҡтырылған ит әҙерләне. Тиҙҙән райондан гуманитар ылау оҙатыласаҡ.

Федоровка халҡы яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында йәнә ауыл клубына йыйылды. Ауыл уңғандары дәррәү эшкә тотоноп, 95 банка быҡтырылыған ит әҙерләгән. Был изге эште башҡарыу өсөн крәҫтиән(фермер) хужалығы башлығы Владимир Сидельников ит менән тәьмин итеп, ҙур ярҙам күрһәткән. Афарин, федоровкалар! Бергәләп беҙ көслөбөҙ һәм бар ауырлыҡтарҙы еңәсәкбеҙ!

Өфө ауылы ирекмәндәре яугирҙәр өсөн 44 банка тушенка әҙерләгән.

"Ришат Иҫәнгилдин ғаиләһенә йомарт бүләк – ике баш һарыҡ ите өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был ит ярҙамында яугирҙәребеҙ өсөн 44 банка быҡтырылған ит әҙерләй алдыҡ. Барыбыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләйбеҙ!" - тигән теләктәрен еткергән Өфө ауылы ирекмәндәре.

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре".

Иҫәнгилдиндәр ике баш һарыҡ ите биргән
Иҫәнгилдиндәр ике баш һарыҡ ите биргән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас