+12 °С
Ясно


Ҡаҡса ғына кәүҙәле Дарья Грицаенкоға ҡарап уны махсус хәрби операцияла ҡатнашыуына ышанырлыҡ та түгел. Ул МХО-ға 18 йәше тулғас та китә.
“Вишня” позывнойлы йәш яугир “БАРС-6” ирекмәндәр отрядында ярты йыл хеҙмәт итеп өлгөргән. Алғы һыҙыҡта булып, һуғыш мәхшәрен үҙ күҙҙәре менән күргән, яралыларҙы яу яланынан алып сыҡҡан, медицина ярҙамы күрһәткән.
Йәштәр көнөндә республика етәксеһе батыр ҡыҙға Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан ирекмәне” почетлы билдәһен тапшырҙы.
Фото: Башинформ.