“Графиня” Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде

Татьянаның тышҡы нәфислеге артында – ғәйәт ныҡ ихтыяр көсө һәм һөнәри оҫталыҡ. Һуғыш шарттарында ул үҙен айырыуса намыҫлы һәм сыҙамлы хеҙмәткәр, хәрби медицинаның ысын белгесе итеп күрһәтеүгә өлгәшә. 

“Графиня” Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде“Графиня” Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде
“Графиня” Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде

Ҡыҙыу нөктәләрҙә – Соледар һәм Луганск ҡалаларында хеҙмәт иткән табибә Татьяна Владимировна Бочкова юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Ул ялан шарттарында медицина ярҙамы күрһәткәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.

Татьянаның тышҡы нәфислеге артында – ғәйәт ныҡ ихтыяр көсө һәм һөнәри оҫталыҡ. Һуғыш шарттарында ул үҙен айырыуса намыҫлы һәм сыҙамлы хеҙмәткәр, хәрби медицинаның ысын белгесе итеп күрһәтеүгә өлгәшә.

Награданың уның юбилейы көнөндә тапшырылыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә.

Сығанаҡ: Республика клиник онкология диспансеры.

“Графиня” Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде
“Графиня” Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас