Туйыш ауылы яугире ялға ҡайтҡан

Был хаҡта Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев хәбәр итә

Туйыш ауылы яугире ялға ҡайтҡанТуйыш ауылы яугире ялға ҡайтҡан
Туйыш ауылы яугире ялға ҡайтҡан

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан арала район хакимиәте башлыҡтары менән осраша. Күптән түгел Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев Туйыш ауылынан ялға ҡайтҡан яугир менән осрашҡан. Был хаҡта башлыҡ үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә хәбәр иткән.

“Бындай егеттәрҙе (Автор- яугирҙәрҙе)  күргәндә, мин ғорурлыҡ хисе кисерәм. 

Беҙ байтаҡ ваҡыт һөйләшеп ултырҙыҡ. Аралашыу мәлендә  юлдарға ваҡ таш түшәү буйынса пландан алып ауылдаштарын борсоған хужалыҡ мәсьәләләренә тиклем көнүҙәк темалар тикшерелде. Мәсет темаһы ла айырым ҡуҙғатылды - күрәһең, тыуған төйәгебеҙҙәге рухи тормош өсөн яугирҙең күңеле әрней.

Ул буш ялыуҙар менән түгел, ә Туйыш ауылын яҡшыраҡ итеү тураһындағы аныҡ фекерҙәр һәм идеялар менән килгән. Яугирҙең тыуған төйәгенә ҡарата эскерһеҙ һөйөүе бик ҡәҙерле.

Уға ҡарап, йәнә бер тапҡыр шуға инандым: районыбыҙҙың киләсәге өмөтлө, сөнки беҙҙә шундай  дәртле, рухи яҡтан көслө кешеләр бар.

Яугиргә тик бер генә теләгем: хеҙмәте имен һәм тиҙерәк тамамланһын, беҙ уны тыуған еребеҙҙә Еңеү менән ҡаршы алайыҡ! Тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, үҙ ҡулдары менән бар уй-теләктәрен тормошҡа ашыра башлаһын өсөн.

Мин уны ҡабаттан көтәм - инде ҡабул итеүҙә яугир кеүек түгел, ә әүҙемсебеҙ һәм Әбйәлил районы үҫешендә ярҙамсыбыҙ булараҡ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, яҡташтар. Бергә беҙ көслө!”- тип  яҙған Айрат Әминев үҙенең сәхифәһендә.

Сығанаҡ һәм фото: Айрат Әминевтең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас