Юбилейың менән, “Журналист”!

Бөгөн коллегабыҙ, яугир-журналист Рафиҡ Әхмәтшин 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Тулыраҡ - сайтта.

Юбилейың менән, “Журналист”!Юбилейың менән, “Журналист”!
Юбилейың менән, “Журналист”!

Бөгөн коллегабыҙ, яугир-журналист Рафиҡ Әхмәтшин 50 йәшлек юбилейын билдәләй.

Рафиҡ Үзбәк улы 20 йылдан ашыу БСТ телеканалында эшләне. Уның репортаждары халыҡ араһында танылыу яуланы. Журналист рөхсәтһеҙ таш сығарыу мәсьәләһенә арналған материалдар шәлкеме өсөн республикабыҙҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды. Рафиҡ Әхмәтшин шулай уҡ - мәшһүр яҡташыбыҙ, генерал-майор, Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән кешеләрҙең береһе.

2023 йылда коллегабыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Бөгөн ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. “Журналист” позывнойлы Рафиҡ Әхмәтшиндең коллегалары һәм яҡындары 50 йәшлек юбилейы уңайынан бүләк әҙерләгән: уның “Башҡортостан” полкы яугирҙәренә арналған яҙмаларынан торған “Ил улдары Ватан һағында” тигән китап сығарған.

Коллегабыҙ фронтта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Луганск Халыҡ Республикаһының “Батырлыҡ өсөн” һәм “Бурысҡа тоғролоҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул шулай уҡ "Генерал Шайморатов" миҙалы кавалеры. Былтыр алғы һыҙыҡтан әҙерләгән репортаждар шәлкеме өсөн республиканың "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһына лайыҡ булды. Уның аҡсаһы "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында булдырылған блиндаж-студияға ҡорамалдар һәм техника алыуға тотонолған.

Ышаныслы, абруйлы журналист, өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай булған Рафиҡ Үзбәк улын матур ғүмер байрамы – 50 йәшлек юбилейы – менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, коллегабыҙ Зөһрә Фәнил ҡыҙы менән тиң, бәхетле ғүмер, ҡыҙығыҙ Фатима менән улығыҙ Мортазаның тик матур яңылыҡтар менән генә ҡыуандырып тороуын, тиҙерәк Еңеү яулап ҡайтыуыңды теләйбеҙ.

Фотолар: шәхси архивтан.

 

 

Юбилейың менән, “Журналист”!
Юбилейың менән, “Журналист”!
Юбилейың менән, “Журналист”!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас