

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, 20-се армия полктарының береһенең отделение командиры сержант Данила Воронов хәрби бурыстарҙы үтәгәндә батырлыҡ күрһәтә.
“Башҡорт батальоны” каналы хәбәр итеүенсә, Воронов етәкселегендәге штурмлау төркөмө ВСУ-ның терәк пунктын баҫып ала. Яраланған булыуына ҡарамаҫтан, сержант һалдаттарҙың эшмәкәрлеген координациялауҙы дауам итә. Һөжүмдәр кире ҡағыла, позициялар беҙҙең яугирҙәр ҡулында ҡала, дошман сигенә.
Икенсе хәрби задание ваҡытында, терәк пунктын һаҡлап, Данила Воронов дошмандың БПЛА маршруттарын иҫәпкә алып, һауаны күҙәтеү постарын дөрөҫ ойоштора. Ошоноң арҡаһында подразделение ете ВСУ дронын юҡ итә.
Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Данила Воронов IV дәрәжә Георгий тәреһе һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Фото һәм сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" каналы.